Мораҙым
+17 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
21 Апреля 2021, 03:55

Кескәйҙәр яңы үрҙәр яулай

16 апрелдә Zoom платформаһында “Йәш тикшеренеүсе-2021” район фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Йомағужаның “Ҡояшҡай”, Түбәнге Һапаштың “Айһылыу”, Мәҡсүттең “Айгөл”, Мораҡтың “Шишмәкәй”, “Уралҡай”, “Күгәрсенкәй”, З.Биишева исемендәге, Тәүәкәндең “Бәпембә”, Исемдең “Алтын балыҡ”, Воскресенктың “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһынан, Яңы Покровканың “Ысыҡҡай”мәктәпкәсә төркөмөнән 23 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты.

16 апрелдә Zoom платформаһында “Йәш тикшеренеүсе-2021” район фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Йомағужаның “Ҡояшҡай”, Түбәнге Һапаштың “Айһылыу”, Мәҡсүттең “Айгөл”, Мораҡтың “Шишмәкәй”, “Уралҡай”, “Күгәрсенкәй”, З.Биишева исемендәге, Тәүәкәндең “Бәпембә”, Исемдең “Алтын балыҡ”, Воскресенктың “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһынан, Яңы Покровканың “Ысыҡҡай”мәктәпкәсә төркөмөнән 23 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре теоретик, эксперименталь һәм демонтсрацион алымдар ҡулланып, үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен яҡланылар. Бөтә ҡатнашыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары конкурса ҡатнашыуға етди әҙерләнгән, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы темалар һайлаған ине. Йәш тикшеренеүселәр үҙҙәренең эҙләнеү эштәре – ижади проекттары тураһында ышаныслы итеп һөйләне, фәнни эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәләрен күрһәтте. Конкурсанттарҙың сығышын жюри баһаланы.
Балалар төрлө темалар буйынса тикшеренеү үткәргән: кемдер башҡорт халҡы тормошонда “7” һанының мәғәнәһен, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙе, кәзә һөтөнөң, көн менән төндөң алмашыныу үҙенсәлектәрен өйрәнгән, ҡайһы берәүҙәр өй шарттарында ҡағыҙ һәм һабын эшләп ҡараған, ҡоймаҡ, фронт икмәген бешереп ҡараған, икенселәр таш, балсыҡ менән ижади эштәр, апельсин, бал, лимон, һыу менән эксперименттар эшләгән. Балалар шулай уҡ Ахатин ҡусҡарын тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар, тештәрҙе дөрөҫ хәстәрләү, “р” өнөн сығарыу тураһында һөйләнеләр.
Мәктәпкәсә кимәлдә тикшеренеү һәм проект эшмәкәрлеге балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә башҡа конкурс, предмет олимпиадаларында яңы еңеүҙәр һәм үрҙәр яуларға, төп һәм урта белем алғанда уҡыу материалын сифатлы үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк.
Фәнни-ғәмәли конференция һөҙөмтәләре буйынса “Танып-белеүсе үҫеш”, “Художестволы-эстетик үҫеш” һәм “Тел үҫеше” номинациялары буйынса еңеүселәр, призерҙар һәм номинанттар билдәләнде. 1-се урынға “Шишмәкәй” балалар баҡсаһынан Рәмил Сәғитов (етәксеһе – Н.Ш.Ишкилдина), “Уралҡай” балалар баҡсаһынан Наҙгөл Ибраһимова (Г.Р.Байморатова), Мәҡсүттең “Айгөл” балалар баҡсаһынан Гүзәл Низамова (Г.Э.Низамова) лайыҡ булды. 2-се урынды “Шишмәкәй” балалар баҡсаынан Анастасия Денисенко (И.А.Годуленко), Мәҡсүттең “Айгөл” балалар баҡсаһынан Вера Саликаева (Р.Д.Рахманғолова) яуланы. 3-сө урынды “Уралҡай” балалар баҡсаһынан Павел Николаев (Э.Р.Әбүбәкиров), “Шишмәкәй” балалар баҡсаһынан Роман Арестов (С.А.Столбецова), “Уралҡай” балалар баҡсаһынан Розалина Солтанова (Л.Ҡ.Ишбаева) 3-сө урынды алды.
Йәш тикшеренеүселәрҙе һәм уларҙың уҡытыусыларын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Бына шулай, бәләкәйҙән үк ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеү нигеҙҙәрен үҙләштерә, фәнгә тәүге аҙымдарын яһай балалар. Бөтәһенә лә яңы асыштарында яңы үрҙәр теләйбеҙ, афарин!
Читайте нас