Мораҙым
+25 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
16 Апреля 2021, 10:43

Мәртәбәле наградаға лайыҡ булдылар

14 апрелдә “Торатау” Конгресс-холында балаларға инженер-техник белем биреү эшенә, олимпиада хәрәкәтенә тос өлөш индергән, уҡыусыларҙың Ю.Гагарин кубогына республика олимпиадаһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан дәүләт һәм йәмәғәт, белем биреү ойошмалары вәкилдәре тәбрикләнде, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың рәхмәт хаты һәм “Ю.А.Гагарин” миҙалына беҙҙең район вәкилдәре - район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, мәғариф бүлегенең педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Ибраһимова, Мораҡ 1-се ура мәктәбе директоры Илшат Арыҫланбаев лайыҡ булды. Мәртәбәле наградаларҙы Рәсәй Геройы, “Роскосмос” дәүләт корпорацияһы летчик-космонавты, РФ Ҡораллы көстәр полковнигы Сергей Залётин һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.

14 апрелдә “Торатау” Конгресс-холында балаларға инженер-техник белем биреү эшенә, олимпиада хәрәкәтенә тос өлөш индергән, уҡыусыларҙың Ю.Гагарин кубогына республика олимпиадаһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан дәүләт һәм йәмәғәт, белем биреү ойошмалары вәкилдәре тәбрикләнде, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың рәхмәт хаты һәм “Ю.А.Гагарин” миҙалына беҙҙең район вәкилдәре - район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, мәғариф бүлегенең педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Ибраһимова, Мораҡ 1-се ура мәктәбе директоры Илшат Арыҫланбаев лайыҡ булды. Мәртәбәле наградаларҙы Рәсәй Геройы, “Роскосмос” дәүләт корпорацияһы летчик-космонавты, РФ Ҡораллы көстәр полковнигы Сергей Залётин һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.
Читайте нас