Мораҙым
+12 °С
Ясно
МӘҒАРИФ
1 Апреля 2021, 09:09

"Үҫеш нөктәһе" - яңы мөмкинлектәргә юл асыусы

Оҫта конструкторҙар, шахматсылар, буласаҡ инженерҙар ҡайҙа тәрбиәләнә? Әлбиттә, балаларҙың интеллектуаль аңын, ижади фекерләү һәләтен, зирәклеген үҫтереүсе һәм уларға фәнни-ғәмәли йүнәлештә яңы аҙымдар эшләүгә этәргес биреүсе “Үҫеш нөктәһе”ндә! Беҙҙең районда ла “Хәҙерге заман мәктәбе” проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә. Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се һәм Мәҡсүт урта мәктәптәрендә асылған өс һанлы һәм гуманитар профилдә белем биреү үҙәге тап шуға асыҡ миҫал булып тора.

Оҫта конструкторҙар, шахматсылар, буласаҡ инженерҙар ҡайҙа тәрбиәләнә? Әлбиттә, балаларҙың интеллектуаль аңын, ижади фекерләү һәләтен, зирәклеген үҫтереүсе һәм уларға фәнни-ғәмәли йүнәлештә яңы аҙымдар эшләүгә этәргес биреүсе “Үҫеш нөктәһе”ндә!
Беҙҙең районда ла “Хәҙерге заман мәктәбе” проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә. Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се һәм Мәҡсүт урта мәктәптәрендә асылған өс һанлы һәм гуманитар профилдә белем биреү үҙәге тап шуға асыҡ миҫал булып тора.
Күптән түгел Йомағужа 1-се урта мәктәбендә уҙғарылған “Үҫеш нөктәһе: заман технологиялары территорияһы” мәғариф форумы нәҡ ана шул үҙәктәр эшләгән мәктәптәрҙең етәкселәрен, педагогтарын, әүҙем уҡыусыларын бер урынға тупланы. Төрлө йүнәлештә (компетенцияла) шөғөлләнгән балалар үҙ оҫталығын күрһәтеп, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.
Компьютер эшен биш бармағы кеүек шәп белгәндәр программалаштырыу буйынса олимпиадала, зирәктәр “Аҡ ладья” шахмат турнирында, 3D моделләштереү һәм 3D принтеры аша баҫтырып сығарыу буйынса проект эштәрен яҡлау конкурсында (фотоларҙа), виртуаль донъя буйынса программалар презентацияһында, йәш конструкторҙар моделдәрҙе йыйыу буйынса оҫталыҡта көс һынашты. Ваҡ квадрокоптер менән идара итеү буйынса шоу ҙа бик мауыҡтырғыс булды.
Ғөмүмән, үҙенсәлекле йөкмәткеле һәм фәнни асыштарға бай форумдан яҡты тәьҫораттар ҡалды. Һәләтле, алдынғы уҡыусылар, “Хәҙерге заман мәктәбе” проектын уңышлы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеүсе етәкселәр, педагогтар район хакимиәтенең һәм район мәғариф бүлегенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас