“Мәктәптә туҡланыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса тағы нимәләр эшләп булыуы тураһында фекер алыштыҡ. Был мәсьәләне үҙем өсөн бик мөһим тип һанауым хаҡында әйткәнем бар инде. Ойоштороу йүнәлешендәге һорауҙарҙан тыш проблеманың бер осо илебеҙҙә сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенең булмауына барып тоташа. Балалар бутҡаға ҡарағанда фастфудты өҫтөнөрәк күрә. Шуға күрә хатта ризыҡтарҙы сифатлы итеп әҙерләгән мәктәптәрҙә лә проблема бар. Балаларҙа туҡланыу ғәҙәттәрен барлыҡҡа килтереү тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Регина мәктәптәрҙә даими рәүештә балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә “Сәләмәтлек дәресе” ойошторорға тәҡдим итә. Улар күңелһеҙ лекция рәүешендә түгел, бәлки балаларға сәләмәт туҡланыуҙың һәм, дөйөм алғанда, сәләмәт йәшәү рәүешенең төп асылын төшөндөргән махсус уйындар формаһында булырға тейеш”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.