Мораҙым
+20 °С
Дождь
МӘҒАРИФ
16 Марта 2021, 10:14

Әүҙемлелек - уның бар булмышы

Исемле йыл уңайынан Ҡояш апай, мәрхәмәтле шәфҡәт туташы, Мәсекәй әбей, сик һаҡсыһы... Башланғыс кластар балалары өсөн уҙғарылған байрам, йәиһә тематик сараларҙа ниндәй генә образға инмәй ҙә, үҙе уҡытҡан уҡыусыларҙа донъяны танып-белеү һәләтен, белем алыуға булған теләкте үҫтереү өсөн ниндәй генә алымдар ҡулланмай ул! Районда ойошторолған бер спорт сараһынан ситтә ҡалмаған һәм был өлкәлә байтаҡ ҡаҙаныштар яулаған тынғыһыҙ йән үҙ өлгөһөндә кескәйҙәрҙе лә һау-сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтыра... Һүҙем әүҙемлеге, таһыллығы менән арбаусы Мораҡ 1 – се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы - Айгөл Мәхмүтова хаҡында. Үҙ эшенә талапсан изге һөнәр эйәһе өс балаға ғүмер бүләк иткән хәстәрлекле әсә лә, тыуған төбәге мәнфәғәте өсөн тырышҡан әүҙем йәмәғәтсе лә.

Исемле йыл уңайынан
Ҡояш апай, мәрхәмәтле шәфҡәт туташы, Мәсекәй әбей, сик һаҡсыһы... Башланғыс кластар балалары өсөн уҙғарылған байрам, йәиһә тематик сараларҙа ниндәй генә образға инмәй ҙә, үҙе уҡытҡан уҡыусыларҙа донъяны танып-белеү һәләтен, белем алыуға булған теләкте үҫтереү өсөн ниндәй генә алымдар ҡулланмай ул! Районда ойошторолған бер спорт сараһынан ситтә ҡалмаған һәм был өлкәлә байтаҡ ҡаҙаныштар яулаған тынғыһыҙ йән үҙ өлгөһөндә кескәйҙәрҙе лә һау-сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтыра...
Һүҙем әүҙемлеге, таһыллығы менән арбаусы Мораҡ 1 – се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы - Айгөл Мәхмүтова хаҡында. Үҙ эшенә талапсан изге һөнәр эйәһе өс балаға ғүмер бүләк иткән хәстәрлекле әсә лә, тыуған төбәге мәнфәғәте өсөн тырышҡан әүҙем йәмәғәтсе лә.
Тыумышы менән ул Түләбай ауылынан, ун бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләнән. Эшкә бөтмөрлөк, тормошҡа яҡты ҡараш Айгөл Әнүәр ҡыҙына бала саҡтан уҡ эшһөйәр һәм ныҡ рухлы ата-әсәһенән бирелгән. Тыуған ауылының болон-ҡырҙарында бесән сабып, хеҙмәт менән сынығып үҫкән ҡыҙ мәктәптә уҡыған дәүерендә лә алдынғылыҡты бирмәй, артабан БДПУ-ла төплө юғары белем алыуға һәм мәғариф өлкәһендә эш башлау бәхетенә ирешә. Түләбай ауылы башланғыс мәктәбенең директоры булараҡ, белем усағын яптыртмаҫ өсөн дә ҙур тырышлыҡ һалды ул заманында; шул уҡ ваҡытта ауыл китапханаһы мөдире вазифаһын да намыҫ менән үтәп, урындағы халыҡтың, йәш быуын вәкилдәренең рухи донъяһын байытыуға, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөшөн индерҙе...
Әүҙем, дәрт-дарманы ташып тороусы эшһөйәр заттың Мораҡ 1-се урта мәктәбендә эшләүенә бишенсе йыл, үҙе яратҡан башланғыс кластар уҡытыусыһы эшен йөкмәүенә тик ике йыл ғына әле. Тик балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә ихтирамын яулап өлгөргән ул. Үҙенең һөйөклө ҡыҙҙары – Рәсилә менән Вәсилә лә изгелекле әсәне уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора, һөнәрселек колледжында уҡыған улы - Буранбай ҙа, булдыҡлы әсәһенә оҡшап, киләсәктә тыуған төйәге һәм халҡы мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итер әле!
Читайте нас