Мораҙым
+1 °С
Ясно
МӘҒАРИФ
7 Марта 2021, 15:20

Афарин, ҡыҙҙар!

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан барлыҡ белем биреү учреждениеларында төрлө саралар үтә. Башҡорт гимназияһы ла был датаны һәр йылдағыса ҙур әүҙемлек менән ҡаршы алды - ҡыҙҙар араһында төрлө конкурстар, ярыштар үткәрелде. 4-се класс уҡыусылары араһында “Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!” тип исемләнгән күңелле старттар ойошторолдо, параллель кластарҙа – 4а, 4б һәм 4в класында белем алыусылар тиҙлеккә, етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа көс һынашты. Үҙҙәренең класташтарын малайҙар ҙа ҡеүәтләп, улар өсөн янып-көйөп торҙо. Был бәйгелә 4а класы еңеү яуланы. Афарин, ҡыҙҙар!

Добавить в предпочтительные источники Google
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан барлыҡ белем биреү учреждениеларында төрлө саралар үтә. Башҡорт гимназияһы ла был датаны һәр йылдағыса ҙур әүҙемлек менән ҡаршы алды - ҡыҙҙар араһында төрлө конкурстар, ярыштар үткәрелде.
4-се класс уҡыусылары араһында “Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!” тип исемләнгән күңелле старттар ойошторолдо, параллель кластарҙа – 4а, 4б һәм 4в класында белем алыусылар тиҙлеккә, етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа көс һынашты. Үҙҙәренең класташтарын малайҙар ҙа ҡеүәтләп, улар өсөн янып-көйөп торҙо. Был бәйгелә 4а класы еңеү яуланы. Афарин, ҡыҙҙар!
Читайте нас