Мораҙым
+17 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
2 Марта 2021, 08:52

Мәшһүр эпосты киләсәк быуын белеп үҫергә тейеш

“Шишмәкәй” балалар баҡсаһында Халыҡ–ара туған телдәр көнөнә арнап ,”Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләү, һүрәт төшөрөү, эпостың эмблемаһын эшләү буйынса бәйгеләр уҙғарылды.Беҙҙең “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында 2 йыл рәттән "Урал батыр" эпосын һөйләүселәр араһында конкурс уҙғарыла. Әҫәрҙе яттанһөйләүсе ҡатнашыусылар һаны арта бара, ҡайһы берҙәре эпосты хатта бер нисә телдә лә башҡара. Мәҫәлән, “Миләшкәй”төркөмөнән Рәмил Сәғитов башҡорт телендә, Линиза Кәримова рус телендә һөйләһә, ә инде Ислам Әминов өс телдә: башҡорт, рус, инглиз телдәрендә һөйләп ишеттерҙе. Ә“Күк сәскә” төркөмө тәрбиәләнеүселәре Анастасия Денисенко, Илнар Казбанов әҫәрҙе рус телендә, Нәркәс Сабашева инглиз телендә, ә Рамита Шәрәфетдинова башҡорт, рус, инглиз телдәрендә яңғыратты.

Мәшһүр эпосты киләсәк быуын белеп үҫергә тейеш
“Шишмәкәй” балалар баҡсаһында Халыҡ–ара туған телдәр көнөнә арнап ,”Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләү, һүрәт төшөрөү, эпостың эмблемаһын эшләү буйынса бәйгеләр уҙғарылды.
Бәйгегә әҙерләнер алдынан балалар менән йәнһүрәт ҡараныҡ, әңгәмәләр ҡорҙоҡ.
“Урал батыр” эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел
ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең тарихы, боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле бер кимәлдә тора. Эпоста
халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
Башҡорт халҡының аҫыл гәүһәрҙәренең береһе булған «Урал батыр» эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай.
Эпос таш быуаттарҙан алып меңәрләгән йылдар буйына барлыҡҡа килгән. Башҡорттарҙың боронғо ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереүгә
булышлыҡ итә. Әйтергә кәрәк, был юҫыҡта "Урал батыр" эпосы юғалып ҡалманы. Беҙҙең “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында ла 2 йыл рәттән "Урал батыр" эпосын һөйләүселәр араһында конкурс уҙғарыла. Әҫәрҙе яттан
һөйләүсе ҡатнашыусылар һаны арта бара, ҡайһы берҙәре эпосты хатта бер нисә телдә лә башҡара. Мәҫәлән, “Миләшкәй”төркөмөнән Рәмил Сәғитов башҡорт телендә, Линиза Кәримова рус телендә һөйләһә, ә инде Ислам Әминов өс телдә: башҡорт, рус, инглиз телдәрендә һөйләп ишеттерҙе. Ә
“Күк сәскә” төркөмө тәрбиәләнеүселәре Анастасия Денисенко, Илнар Казбанов әҫәрҙе рус телендә, Нәркәс Сабашева инглиз телендә, ә Рамита Шәрәфетдинова башҡорт, рус, инглиз телдәрендә яңғыратты.
“Башҡортостандың ете мөғжизәһе"нә индерелгән был мәшһүр эпос ижад ителгән осор менән беҙ йәшәгән заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Шуныһы ғәжәп: кешенең күңел донъяһы йылдар арауығына ла, заман шауҡымына ла әллә ни бирешмәй. Яратыу – яратмау,
яҡшылыҡ – яманлыҡ, киң күңеллелек – көнсөллөк, асыҡлыҡ –аҫтыртынлыҡ, ғәмлелек – битарафлыҡ, ихласлыҡ – ике йөҙлөлөк, йомартлыҡ – ҡарунлыҡ һәм башҡа шундай төшөнсәләр әллә ни үҙгәрмәгән
тиерлек. Шундай уҡ ҡаршылыҡлы, шундай уҡ сетерекле улар. Кешенең күңел донъяһын тәшкил иткән ошо төшөнсәләр хаҡында ул беҙҙең тиңе булмаған бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ. Беҙ ошоно киләсәк быуынға еткерергә
тейешбеҙ, тип уйлайым.
Нәзирә ИШКИЛДИНА, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас