Яңы ерҙә яңы дуҫтар табып, студент тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө -дөйөм ятаҡта йәшәүҙе татып, күренекле профессорҙар, уҡытыусыларҙың дәрестәрен, лекцияларын тыңлап, ҡыҙыҡлы яңы фәндәр өйрәнеү, ғөмүмән, яңы тормошҡа күнегеп китеү -
мәктәп йылдарынан уҡ үҙен бар яҡлап уңған, талантлы икәнлеген күрһәткән ҡыҙыҡайға ауыр булмай. Киреһенсә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә, бар ергә лә өлгөрөргә өйрәнә: “Gteam” заманса бейеү ансамблендә шөғөлләнә, репетицияларға йөрөй, бер сараны ла ҡалдырмай, төрлө постановкалар ҡуйыуҙа ҡатнаша, сығыштарға әҙерләнеүгә оло яуаплылыҡ менән ҡарай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ансамбль менән уҡыу йортонда үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, 2 дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булалар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнәләр. Әлеге мәлдә Регина сессияны 4-5 билдәләренә генә ябып, дистанцион уҡыуға күскән.
- Студент булыу бик оҡшай, яңы дуҫтар таптым, класташтарым менән дә аралашып торабыҙ. Әлбиттә, аудиторияла ултырып, көн дә курсташтар менән осрашып уҡыуға етмәй дистанцион уҡыу. Шулай ҙа ыңғай яҡтарын инде ауылда әсәйем эргәһендә була алыуҙа күрәм, - ти Регина.