Мораҙым
-5 °С
Ясно
МӘҒАРИФ
11 Января 2021, 08:37

Һә тигәнсе үтһә лә, күңелдәрҙә ҡалды осҡоно

Шаулап-гөрләп Яңы йыл каникулдары үтеп тә китте. Оҙайлы ялдарҙы балалар телевизор, компьютер ҡаршыһында түгел, ә саф һауала үткәреп һаулыҡтарын нығытһын өсөн төрлө уйындар, мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо.Район китапханаһы менән мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар бер көндө лә ҡалдырмай, балаларға төрлө күңел асыу саралары үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шаулап-гөрләп Яңы йыл каникулдары үтеп тә китте. Оҙайлы ялдарҙы балалар телевизор, компьютер ҡаршыһында түгел, ә саф һауала үткәреп һаулыҡтарын нығытһын өсөн төрлө уйындар, мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо.
Район китапханаһы менән мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар бер көндө лә ҡалдырмай, балаларға төрлө күңел асыу саралары үткәрҙе.
2 ғинуар йыл хужаһы Үгеҙгә бағышланды. Балалар уның ниндәй йорт хайуаны икәнлеге тураһында һөйләне, үгеҙҙәр һөҙгәк тә, уҫал да булғанлығын ишетеп кенә түгел, күреп тә белгән малайҙар бар. “Үгеҙ ҡойроғо ҡайҙа булған?” тигән уйын да балалар күңеленә хуш килде, көршәк ватыу, сәкән менән ҡар бабай төшөрөүҙә лә һынатманылар.
3 ғинуарҙа иһә балалар “Ҡышҡы әкиәттәр” тигән серле һандыҡты асты, ике командаға бүленеп, төрлө өҙөктәр тыңлап, ҡайһы әкиәттән икәнлеген билдәләне. Әйткәндәй, китапхананың даими дуҫтары әкиәттәрҙе һә тигәнсе таба алды. Уйындарҙа Мәскәй әбей ҙә, Йомро икмәк тә, Змей-Горыныч та ҡатнашты. Уйынсыларға иҫтәлекле бүләктәр ҙә, тәмлекәстәр ҙә таратты ойоштороусылар.
“Йомаҡтарҙың көмөш йомғағы” тигән сара ла күтәренке кәйефтә үтте. Был көндә балалар төрлө йомаҡтар, башватҡыстарға күмәкләп яуап эҙләне, үҙҙәрен зирәклектә, отҡорлоҡта һынап ҡараны.
Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршылауҙары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе балалар 6-һында үткән сарала белде: Италия, Швеция, Англия, Австралия, Япония һәм башҡа төрлө илдәрҙә Яңы йылды ҡаршылау үҙенсәлектәре төрлө икән.
Шыршы биҙәү йолаһы иһә урта быуаттарҙа Германияла барлыҡҡа килгән. Аҙаҡ Скандинавияға, Францияға, Рәсәйгә, хатта йәшел “ҡупшыҡайҙар” үҫмәгән илдәргә лә таралған. Мәҫәлән, Италияға, Грецияға шыршы, ҡарағайҙарҙы төньяҡ илдәрҙән килтерәләр. Шотландияла Яңы йылда һәр йорттоң ишеге асыҡ: теләгән кеше өйгә инә ала. Ҡунаҡ үҙе менән күмер алып килергә һәм уны хужаның мейесенә ташлап: “Был өйҙә йылы усаҡ бер ҡасан да һүнмәһен”, - тип әйтергә тейеш.
Кенияла Яңы йылды һыуҙа байрам итәләр. Был көндә халыҡ йылғаларҙа, күлдәрҙә, Һинд океанында оҙаҡ һыу инә, кәмәлә йөҙә, күңел аса.
Итальяндар уҙып барған йылдың һуңғы минуттарында барлыҡ эшен бөтөрөп ҡалырға, береһе менән дә әрләшмәҫкә, асыуланышмаҫҡа тырыша һәм бурысҡа аҡса алмай. Ә кескәйҙәр түҙемһеҙлек менән тылсымсы ҡарсыҡ Бефананы көтә: ул өйгә мейес торбаһы аша инә, имеш. Шунан аяҡ кейеме эсенә бүләк һала.
Раштыуа байрамы ла ситтә ҡалманы. Был көндө православие динен тотоусыларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, байрам үҙенсәлектәре менән таныштырҙылар. “Ҡар бөртөгөн тиҙерәк тот”, “Етеҙ быймалар” кеүек уйындарҙа балалар рәхәтләнеп уйнаны.
8 ғинуарҙа балалар “Щелкунчик” менән танышты. Хәйер, танышты тип әйтеү бик дөрөҫ тә булмаҫ, Гофмандың был мажаралы әкиәтен яратып ҡарамағандар юҡтыр. Әйткәндәй, авторҙың тыуыуына быйыл - 245 йыл.
Белем биреү учреждениелары ла каникулдарҙы бай йөкмәткеле итеп ойошторорға тырышты. “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестиваленең муниципаль этабы ла юғары кимәлдә үтте.
Тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм үҙәге педагогтары ла уҡыусыларҙы “Күңелле старт” уйындарына тупланы. “Балыҡ тотоу”, “Көршәк ватыу”, “Арҡан тартыу” ярыштарында балалар ҙур теләк менән ҡатнашты.
Воскресенск мәктәбе 6-һында билдәләнгән ғаилә усағы йылыһы көнөндә атай-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе лә берләштерҙе. Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар был көндә тәмлекәстәр бешерһә, малайҙар атайҙары менән эш тамамлап, шахмат, шашка уйнаны, олатай-өләсәйҙәр ғаилә йолалары тураһында һөйләне.
Читайте нас