Мораҙым
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе

Тәрбиәсе... Был һөнәрҙе күңел ҡушыуы, йөрәк ынтылышы буйынса ғына һайлайҙарҙыр. Иртә таңдан кис еткәнсе балалар менән эшләү өсөн сабырлыҡ та, балаларҙың үҙҙәре кеүек ихлас, эскерһеҙ булыу, уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс ярата белеү ҙә кәрәктер. Гәзитебеҙҙе йәмләүсе геройыбыҙ - Хоҙайбирҙин ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Ғайсина ошо өлкәлә тиҫтә йылға яҡын ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың һөйөүен һәм ышанысын, ата-әсәләрҙең, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулап, үҙен талапсан һәм эшкә яуаплы ҡараусы етәксе итеп танытып өлгөргән.

Тәрбиәсе... Был һөнәрҙе күңел ҡушыуы, йөрәк ынтылышы буйынса ғына һайлайҙарҙыр. Иртә таңдан кис еткәнсе балалар менән эшләү өсөн сабырлыҡ та, балаларҙың үҙҙәре кеүек ихлас, эскерһеҙ булыу, уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс ярата белеү ҙә кәрәктер.


Гәзитебеҙҙе йәмләүсе геройыбыҙ - Хоҙайбирҙин ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Ғайсина ошо өлкәлә тиҫтә йылға яҡын ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың һөйөүен һәм ышанысын, ата-әсәләрҙең, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулап, үҙен талапсан һәм эшкә яуаплы ҡараусы етәксе итеп танытып өлгөргән.

Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы Ғәлиәлә тәрбиәсе булыу теләге бәләкәй генә сағында, үҙе балалар баҡсаһына йөрөгән осорҙа уяна. Ул үҙҙәренең матур ҙа, ипле лә тәрбиәсеһенә ҡарап, тап уның кеүек булырға хыяллана һәм мәктәптә 9-сы класты тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ Күмертау педагогия колледжына уҡырға инә.

Ғәлиә Сәлим ҡыҙы хеҙмәт юлын Күмертау ҡалаһының 7-се һанлы“Азамат” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Балалар менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, һәр сабыйҙың йөрәгенә асҡыс ярата белгән педагогты балалар ҙа ярата, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә. Хоҙайбирҙин ауылы егете Данил Фитрат улына кейәүгә сыҡҡас, йәштәр Хоҙайбирҙинға ҡайтып төпләнә. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған тәжрибәле белгесте “Ләйсән” балалар баҡсаһының мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.

- Тәрбиәсе булыу һөнәренең нескәлектәренә, үҙенсәлектәренә төшөнөргә ярҙам иткән коллегаларыма рәхмәтлемен. Остаздарыма, оҙаҡ йылдар тәрбиәсе һөнәренә тоғро ҡалыусыларға ҡарап үҙ-үҙемә талапсан, эш, балалар өсөн яуаплы булырға, башланған эште мотлаҡ аҙағына еткерергә, ғөмүмән, ысын педагог булырға өйрәнәм, - ти ул балаларҙы тәрбиәләү тураһында һүҙ сыҡҡас.

- Беҙҙең баҡсаға 19 бала йөрөй, барлығы 3 хеҙмәткәр эшләй, тәрбиәсе Ғәлиә Бикҡужина, тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлдәриә Ситдиҡова, ашнаҡсыбыҙ Эльвира Ситдиҡовалар үҙ эшен яратып башҡара. Хәҙер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына ғына түгел, педагогтарға ла етди талаптар ҡуйыла. Төп маҡсатыбыҙ - балаларҙы белемле, төрлө яҡлап үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләү. Коллектив менән балалар баҡсаһында ыңғай мөхит һәм уңайлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ, сөнки балалар төркөмгә рәхәтләнеп йөрөгәндә генә уларға үҙҙәрен асырға, үҫешергә, яңынан-яңы һөнәрҙәргә өйрәнергә мөмкинлек була, - ти ул.

Эйе, тырыш коллективтың хеҙмәте баһаланмай ҡалмай, “Ләйсән” балалар баҡсаһы ике йыл рәттән район август кәңәшмәһендә мәғариф учреждениеһын тейешле кимәлдә яңы уҡыу йылына әҙерләгәне өсөн район хакимиәтенең дипломына лайыҡ була. Балаларҙы дәртләндереүҙе, уларҙың һәләттәрен асыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған коллектив төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында район мәғариф бүлеге тарафынан үткәрелгән “Әкиәттә ҡунаҡта” район конкурсында 3-сө урын яулай.

Элек-электән мәғариф учреждениелары ауыл тормошонда ла ҙур роль уйнай. “Ләйсән” тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре лә ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай, кәрәк икән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, концерттарҙа сығыш яһай. Был йәһәттән мәктәп, ауыл клубы, китапхана, музей менән дә бергәләп эшләйҙәр, төрлө саралар үткәрәләр, быуындар күсәгилешлеге, йолаларҙы һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыу кеүек мөһим күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышалар.

- Киләсәккә маҡсаттарығыҙ? - тигән һорауға Ғәлиә Сәлим ҡыҙы:

- Әллә ниндәй тормошҡа ашмаҫ хыялдар менән йәшәмәйбеҙ, ауылыбыҙҙа сабыйҙар тыуып торһон, ә беҙ уларҙы донъяны танып-белергә, уҡырға-яҙырға, тәртипкә өйрәтергә, йәмғиәткә файҙа килтерҙәй шәхестәр итеп тәрбиәләргә көсөбөҙҙө лә, һәләт-белемебеҙҙе лә йәлләмәҫбеҙ! – ти.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Читайте нас