Ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында талантлы педагогтарҙы асыҡлау һәм республикала тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында йыл һайын үткәрелеп килә. Быйыл был мәртәбәле сарала Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһы физкультура инструктуры Әлфиә Айытова үҙ көсөн һынап ҡараны һәм 63 конкурсант араһында барған көсөргәнешле бәйгелә “2020 йылдың иң яҡшы физик культура инструкторы” номинацияһында еңеү яуланы! Әлфиә Рәфис ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Афарин! Беҙҙең район тәрбиәселәренең шундай юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы педагогтары рәтендә булыуы ғорурланабыҙ.