Мораҙым
-1 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
15 Декабря 2020, 13:25

Туған телем – башҡорт теле

Бына икенсе йыл инде республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Нуҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбендә иҫтәлекле көндәр айҡанлы ҡыҙыҡлы дәрестәр, конкурстар, викториналар үткәрелеп тора. Был дата айҡанлы ла бик матур сара- “Туған телем - башҡорт теле” исемле дәрес үткәрелгән. Балалар башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләгән, таҡмаҡтар, йомаҡтар әйтешкән. Туған телде өйрәнеү тураһында үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлешкән. Сарала ҡунаҡтар ҙа ҡатнашҡан. Клуб мөдире Наилә Дамир ҡыҙы Йәғәфәрова туған телдә һөйләшеүҙең кешенең һаулығына ыңғай йоғонтоһо тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләгән. Китапханасы Сәйҙә Миңнулла ҡыҙы Байғүбәкова балалар өсөн сыҡҡан өр-яңы башҡортса китаптар менән таныштырған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бына икенсе йыл инде республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Нуҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбендә иҫтәлекле көндәр айҡанлы ҡыҙыҡлы дәрестәр, конкурстар, викториналар үткәрелеп тора. Был дата айҡанлы ла бик матур сара- “Туған телем - башҡорт теле” исемле дәрес үткәрелгән. Балалар башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләгән, таҡмаҡтар, йомаҡтар әйтешкән. Туған телде өйрәнеү тураһында үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлешкән.
Сарала ҡунаҡтар ҙа ҡатнашҡан. Клуб мөдире Наилә Дамир ҡыҙы Йәғәфәрова туған телдә һөйләшеүҙең кешенең һаулығына ыңғай йоғонтоһо тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләгән. Китапханасы Сәйҙә Миңнулла ҡыҙы Байғүбәкова балалар өсөн сыҡҡан өр-яңы башҡортса китаптар менән таныштырған.
Читайте нас