Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Декабрь 2020, 10:30

Республикала уҡыусыларҙың Яңы йылға тиклем мәктәпкә сығыуы ихтимал

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Яңы йылға тиклем мәктәпкә йөрөй башлауы ихтимал, тип хәбәр итте бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә. Әгәр коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлы булмаһа, ғәҙәти уҡыу режимына сығырға мөмкин, тине республика етәксеһе.

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Яңы йылға тиклем мәктәпкә йөрөй башлауы ихтимал, тип хәбәр итте бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Әгәр коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлы булмаһа, ғәҙәти уҡыу режимына сығырға мөмкин, тине республика етәксеһе.
«Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа дистанцион шөғөлләнеп арыны», — тип өҫтәне ул.
Бынан алда 6-10 кластар өсөн дистанцион уҡыуҙы 6 декабргә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Беренсе-бишенсе класс уҡыусылары, шулай уҡ ун беренселәр мәктәпкә йөрөй.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: