2021 йылдан ун беренселәр информатика фәне буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын компьютерҙа тапшыра. Быға тиклем улар имтихан эшен ҡағыҙ бланкыла башҡара ине.
19 ноябрҙә Мораҡ 1-се урта мәктәбендә информатика фәнен һайлаусы райондың сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханының компьютер формаһын ҡулланып ҡараны.
Был сарала егерме бер 11-се класс уҡыусыһы ҡатнашты.