Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Ноябрь 2020, 17:13

Башҡортостанда ҡайһы бер кластар өсөн өйҙән уҡыу оҙайтылды

Ҡарар 20 ноябрҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.

Ҡарар 20 ноябрҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы ултырышында ҡабул ителде. Сара 6-10-сы кластарға ҡағыла, тип хәбәр итте «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы. Ул кәмендә 29 ноябргә тиклем дауам итә.
Башланғыс класс уҡыусылары, бишенселәр һәм ун беренселәр мәктәпкә бара.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға сираттағы төҙәтмәләр индерҙе.
Читайте нас: