Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
12 Ноябрь 2020, 12:41

Еңеүселәр билдәле

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының экологик мәғрифәт бүлеге 24 сентябрҙән 30 октябргә ҡәҙәр “Минең яратҡан йәнлегем” фотоһүрәт һәм рәсемдәр конкурсы үткәрҙе. Унда райондан 12 мәктәп һәм 12 балалар баҡсаһы ҡатнашҡан, балалар барлығы 300 фотоһүрәт, 100 рәсем ебәргән.- Баһалама ағзаларына еңеүсене һайлап алыу еңел булманы, эштәр бик сағыу һәм йөкмәткеле. 400 эш араһынан 100-ҙө һайлап алдыҡ. Еңеүселәр исемлеге мәғариф учреждениеларына ебәреләсәк, - тип хәбәр иттеләр беҙгә ойоштороу комитетынан. Әйткәндәй, “Уралҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәр лә был ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашты.

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының экологик мәғрифәт бүлеге 24 сентябрҙән 30 октябргә ҡәҙәр “Минең яратҡан йәнлегем” фотоһүрәт һәм рәсемдәр конкурсы үткәрҙе. Унда райондан 12 мәктәп һәм 12 балалар баҡсаһы ҡатнашҡан, балалар барлығы 300 фотоһүрәт, 100 рәсем ебәргән.
- Баһалама ағзаларына еңеүсене һайлап алыу еңел булманы, эштәр бик сағыу һәм йөкмәткеле. 400 эш араһынан 100-ҙө һайлап алдыҡ. Еңеүселәр исемлеге мәғариф учреждениеларына ебәреләсәк, - тип хәбәр иттеләр беҙгә ойоштороу комитетынан.
Әйткәндәй, “Уралҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәр лә был ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: