Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Ноябрь 2020, 18:15

Оло йөрәкле ысын уҡытыусы

Ысын уҡытыусы хатта хаҡлы ялға киткәс тә уҡытыусы булып ҡала. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, уларҙың һөйләшеүҙәре, хатта үҙ-үҙен тотоштары ла башҡаларҙан айырыла... Мораҡ ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Лена Ғилметдин ҡыҙы Шәмсетдинова ла үҙенең юғары мәҙәниәтле булыуы, салт аҡылы менән күптәргә өлгө булып тора. ...1940 йылда Ишембай районының Көҫәпҡол ауылында донъяға килә Лена Ғилметдин ҡыҙы. Өс йәштә әсәйһеҙ ҡала. Ҡайғы килһә – ҡапҡаң ас, хәсрәт яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр - 1944 йылда балалары астан шешенгән күмәк балалы әсәгә ҡуш устай иген биргән өсөн “колхоз ашлығын тарата” тип аталары Ғилметдингә “халыҡ дошманы” тигән нахаҡ бәлә яғалар һәм ун йылға хөкөм итәләр. Лена Ғилметдин ҡыҙы ҡустыһы Риф менән тәүҙә өләсәһенең, ул вафат булғас, Миңлеямал апаһының (атаһының һеңлеһе) йылы ҡосағына һыйына. Бик ҙур ауырлыҡтар күреп үҫкән ҡыҙ апаһы Миңлеямал һымаҡ уҡытыусы булырға хыяллана. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған йәш белгес Күгәрсен районының Мораҡ 2-се урта мәктәбенәэшкә ебәрелә. Талапсансығы менән дан алған мәктәп директоры Сәлих Ҡунаҡбай улы Алсынбаев тәүге аҙнала уҡ йәш уҡытыусының дәресенә инә. Уның “Һинән ҡыҙыҡай бик яҡшы уҡытыусы сығасаҡ”, - тигән һүҙҙәре Лена Ғилметдин ҡыҙына ғүмергә етәрлек ҡанат ҡуя.

Ысын уҡытыусы хатта хаҡлы ялға киткәс тә уҡытыусы булып ҡала. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, уларҙың һөйләшеүҙәре, хатта үҙ-үҙен тотоштары ла башҡаларҙан айырыла... Мораҡ ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Лена Ғилметдин ҡыҙы Шәмсетдинова ла үҙенең юғары мәҙәниәтле булыуы, салт аҡылы менән күптәргә өлгө булып тора.
...1940 йылда Ишембай районының Көҫәпҡол ауылында донъяға килә Лена Ғилметдин ҡыҙы. Өс йәштә әсәйһеҙ ҡала. Ҡайғы килһә – ҡапҡаң ас, хәсрәт яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр - 1944 йылда балалары астан шешенгән күмәк балалы әсәгә ҡуш устай иген биргән өсөн “колхоз ашлығын тарата” тип аталары Ғилметдингә “халыҡ дошманы” тигән нахаҡ бәлә яғалар һәм ун йылға хөкөм итәләр. Лена Ғилметдин ҡыҙы ҡустыһы Риф менән тәүҙә өләсәһенең, ул вафат булғас, Миңлеямал апаһының (атаһының һеңлеһе) йылы ҡосағына һыйына.
Бик ҙур ауырлыҡтар күреп үҫкән ҡыҙ апаһы Миңлеямал һымаҡ уҡытыусы булырға хыяллана. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған йәш белгес Күгәрсен районының Мораҡ 2-се урта мәктәбенә
эшкә ебәрелә. Талапсансығы менән дан алған мәктәп директоры Сәлих Ҡунаҡбай улы Алсынбаев тәүге аҙнала уҡ йәш уҡытыусының дәресенә инә. Уның “Һинән ҡыҙыҡай бик яҡшы уҡытыусы сығасаҡ”, - тигән һүҙҙәре Лена Ғилметдин ҡыҙына ғүмергә етәрлек ҡанат ҡуя.
Төрлө ауылдарҙан йыйылған уҡыусыларға белем биргән йәш уҡытыусы һәр баланы шәхес итеп күрә – уның һәләтен, уҡыуға ынтылышын, ҡыҙыҡһыныуҙарын ентекле өйрәнә һәм һәр кемдең күңеленә юл таба. Уның ҡулында белем алғандар билдәләүенсә, дәрес ваҡытында бер кемдә иғтибарһыҙ ҡалмай, һөҙөмтәлә уҡыуға илке-һалҡыраҡ ҡарағандар ҙа бер-ике сирек үтеүгә был фәндәрҙе ҙур теләк менән өйрәнә, дәрестәрҙе көтөп ала башлай.
Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә һибелгән уҡыусылары Лена Ғилметдин ҡыҙының дәрестәрен әле булһа һағыныуҙары хаҡында телгә ала һәм уға юғары кешелеклелек һыҙаттары хас булыуын билдәләй.
Хеҙмәт дәүерендә ул йыл һайын класс етәксеһе вазифаһын да башҡара. Уның өсөн һәләтле-һәләтһеҙ бала булмай. “Төрлө балалар булды. Кемдер ятлап килә торғайны. Ундайҙарҙың йөҙөнә ҡарап, тулҡынланыуҙарынан белә торғайным. Ятлаһалар ҙа, улар бит белем үҙләштереү өсөн күпме көс һалған! Ялҡау, әммә уҡыуға һәләте көслө уҡыусылар ҙа күп булды. Бына шундай балаларҙы асырға тырыштым.
Кемгәлер маҡтау, кемгәлер шелтәләү, әрләү килешә ине. Уҡытыусы әҙерәк кенә артис та булырға тейеш. Класыңда ултырған ике-өс тиҫтә кешене үҙеңә ҡаратып ултыртырға кәрәк – был ҙур көс талап итә”, - ти өс тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем һәм тәрбиә биргән, 16 йыл дауамында химия уҡытыусыларының район методик берекмәһен етәкләгән, 1991-1992 йылдарҙа Мораҡ 2-се урта мәктәбендә асылған педагогика класын етәкләгән, 5 йыл рәттән Башҡорт дәүләт педагогия һәм медицина институттарына химиянан имтихандар ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан, “РСФСР-ҙың өлкән уҡытыусыһы”, “БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Уҡытыусы – методист” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған педагогик хеҙмәт ветераны.
Әйткәндәй, Лена Ғилметдин ҡыҙының дәрестәре бер ваҡытта ла бер төрлө уҙмай – параллель булған “А”, “В”, “Б” кластарында бер үк теманы аңлатҡанда ла төрлө класҡа төрлөсә дәрес бирә.
Үҙенең тәүге ҡошсоҡтары - 1967 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары менән Лена Ғилметдин ҡыҙын тәрән дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ғәрәп телен өйрәнеп, ныҡлы намаҙға баҫҡан уҡытыусылары кеүек үк уларҙың күптәре дин юлына ныҡлы аяҡ баҫҡан. Улар остаздары менән йыш аралашалар, төрлө аяттарҙа, дини байрамдарҙа осрашалар.
Лена Ғилметдин ҡыҙының тормош иптәше – тәүҙә комсомолдың, аҙаҡ партияның район комитетында эшләгән Мөхтәр Хәйрулвара улы ҡатынының уң ҡанаты була, һәр яҡлап уға ярҙам итә. Күптәрҙе һоҡландырырлыҡ тормош юлы үткән пар ике ҡыҙ үҫтерә. Бөгөнгө көндә Әлфиә менән Зөлфиә Ишембай ҡалаһында йәшәй, береһе - башланғыс кластар уҡытыусыһы, икенсеһе –провизор, намыҫлы хеҙмәттәре менән ата-әсәләре кеүек үк коллегалары араһында оло абруй ҡаҙанған. Лена апайҙың ейәнсәре Динара Ишембай ҡалаһының З.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһының 4-се класында белем ала.
***
Лена Ғилметдин ҡыҙы сәскән изгелек орлоҡтары һаман да үҙ емешен биреүҙән туҡтамай: уның уҡыусылары, ул уҡыусыларҙың инде үҙ уҡыусылары илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында хеҙмәт итеп, ватаныбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ысын уҡытыусының хеҙмәтенә шунан да ҙурыраҡ баһа булыуы мөмкинме?!
Читайте нас: