Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Ноябрь 2020, 13:16

Республикала мәктәп каникулы 9 ноябргә тиклем оҙайтылды

Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә.Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор етәкселәре уҡыусыларҙың ял ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итте.

Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор етәкселәре уҡыусыларҙың ял ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, СOVID-19 менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында уҡыусылар каникулға бер аҙнаға алданыраҡ — 17 октябрҙә үк сыҡты. Уҡыуҙар киләһе кесаҙна, 5 ноябрҙә, башланырға тейеш ине. Уҡыусыларҙы аҙна аҙағына тиклем каникулда ҡалдырырға хәл ителде. Улар өсөн дәрестәр 9 ноябрҙә башлана.
«Беҙ инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм балаларыбыҙ элекке кеүек мәктәпкә йөрөй алыр», – тине Радий Хәбиров.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: