Каникул бер аҙнаға алданыраҡ - 19 октябрҙә башлана һәм ике аҙна дауам итә. 99 мәктәптең өлөшләтә ябылыуына, ә 206 кластың өйҙән уҡыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙы дистанциялы уҡытыуға күсереү планлаштырылмай. Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, хәл контролдә тотола.
Ә юғары уҡыу йорттарына дистанциялы уҡытыуға күсергә тәҡдим итәләр. Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ошондай форманы ҡабул итте. Нефть университетында студенттарҙың 50 процент самаһы өйҙән уҡый.