Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Октябрь 2020, 00:20

Йәш уҡытыусылар республика Башлығы ҡулынан грант алды

Үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләгән көндә ауыл ерендә эшләүсе республиканың бер төркөм уҡытыусылары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан гранттар алды. 2019 йылдың июлендә Радий Хәбиров йыл һайын ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе 100 йәш уҡытыусыға 600 мең һум күләмендә грант тапшырырға ҡарар иткәйне. 2020 йылда грантты алыусылар һаны артты, быйыл 150 грант тапшырылды, ә грант күләме 690 мең күләмендә билдәләнде. Грант алыусы йәш, перспективалы ауыл педагогтары араһында беҙҙең районда йәшәүсе, эшләүсе уҡытыусылар ҙа бар. Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Венера Ташбулатова, Оксана Кәримова, Тәүәкән урта мәктәбенән Йәмил Ҡаразбаев, Теләүембәт урта мәктәбенән Гөлназ Ҡаразбаевалар республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан грантҡа сертификаттар алды. Йәш педагогтарҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм туған мәктәп, тыуған райондары мәнфәғәтенә тағы ла тырышып эшләргә насип булһын тип теләбеҙ!

Үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләгән көндә ауыл ерендә эшләүсе республиканың бер төркөм уҡытыусылары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан гранттар алды. 2019 йылдың июлендә Радий Хәбиров йыл һайын ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе 100 йәш уҡытыусыға 600 мең һум күләмендә грант тапшырырға ҡарар иткәйне. 2020 йылда грантты алыусылар һаны артты, быйыл 150 грант тапшырылды, ә грант күләме 690 мең һум күләмендә билдәләнде.
Грант алыусы йәш, перспективалы ауыл педагогтары араһында беҙҙең районда йәшәүсе, эшләүсе уҡытыусылар ҙа бар. Мораҡ -се урта мәктәбенән Венера Ташбулатова, Оксана Кәримова, Тәүәкән урта мәктәбенән Йәмил Ҡаразбаев, Теләүембәт урта мәктәбенән Гөлназ Ҡаразбаевалар республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан грантҡа сертификаттар алды.
Йәш педагогтарҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм туған мәктәп, тыуған райондары мәнфәғәтенә тағы ла тырышып эшләргә насип булһын тип теләбеҙ!
Читайте нас: