Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Октябрь 2020, 18:31

Стипендиаттар. Кемдәр улар?

Уҡытыусылар көнө уңайынан Мораҡ Башҡорт гимназияһында үткәрелгән байрам сараһында 2020-2021 уҡыу йылына район хакимиәте стипендиаты исеменә лайыҡ булыусы уҡыусыларҙың да исемдәре билдәле булды. Бына улар – район ғына түгел, республика кимәлендә уҙған олимпиада, йәиһә төрлө конкурстарҙа, проект эштәрендә еңеү яулап, үҙҙәре белем алған мәктәптең һәм райондың данын ғорур яҡлаусылар:

Уҡытыусылар көнө уңайынан Мораҡ Башҡорт гимназияһында үткәрелгән байрам сараһында 2020-2021 уҡыу йылына район хакимиәте стипендиаты исеменә лайыҡ булыусы уҡыусыларҙың да исемдәре билдәле булды.
Бына улар – район ғына түгел, республика кимәлендә уҙған олимпиада, йәиһә төрлө конкурстарҙа, проект эштәрендә еңеү яулап, үҙҙәре белем алған мәктәптең һәм райондың данын ғорур яҡлаусылар:
*Мәҡсүт урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Морат Алсынбаев
*Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Максим Егоров
*Башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы Аиша Йыһаншина
*Хоҙайбирҙин урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Дания Ишкинина
*Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Илүзә Ҡыҙрасова
*Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Камил Сабашев
*Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Максим Трифонов
*Воскресенк урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Полина Феофанова
*Тәүәкән урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Азалия Хәкимова
*Йомағужа 2-се урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Денис Ямтиев.
Афарин! Артабан да һөйөклө уҡытыусыларығыҙҙы, ата-әсәләрегеҙҙе уңыштарығыҙ менән ҡыуандырып торорһоғоҙ, фән тауҙарын, яңы үрҙәр яулағанда һынатмаҫһығыҙ тип ышанғы килә.
Азамат Ғәҙелшин фотоһы.
Читайте нас: