Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Октябрь 2020, 17:06

Хеҙмәтегеҙ тик оло хөрмәткә лайыҡ!

Уҡытыусы! Һәр кем йөрәгенә яҡын, ҡәҙерле һүҙ! Уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, ә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе ысын тәрбиәсе, изге һөнәр эйәһе. Ошондайыраҡ ихтирам-хөрмәт менән һуғарылған йылы һүҙҙәргә бай булды кисә Мораҡ башҡорт гимназияһында Уҡытыусылар көнө уңайынан ойошторолған байрам сараһы. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тантананың төп сәбәпселәрен ихлас ҡотлап, намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри байрамдары уңайынан алдынғы мәғариф эшсәндәренәлайыҡлы наградаларын тапшырҙы.

Уҡытыусы! Һәр кем йөрәгенә яҡын, ҡәҙерле һүҙ! Уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, ә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе ысын тәрбиәсе, изге һөнәр эйәһе.
Ошондайыраҡ ихтирам-хөрмәт менән һуғарылған йылы һүҙҙәргә бай булды кисә Мораҡ башҡорт гимназияһында Уҡытыусылар көнө уңайынан ойошторолған байрам сараһы.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тантананың төп сәбәпселәрен ихлас ҡотлап, намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри байрамдары уңайынан алдынғы мәғариф эшсәндәренә
лайыҡлы наградаларын тапшырҙы.
“Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” түш билдәһе менән бүләкләнделәр:
*Ибраһимов Руслан Рәшит улы, район мәғариф бүлегенең баш белгесе;
*Ташбулатова Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы, Мораҡ башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы;
*Фәизова Фаягөл Зәки ҡыҙы, Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһы мөдире.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
*Ғайсин Илшат Риф улы, мәғариф бүлегенең инженер-программисы;
*Арыҫланбаева Альбина Хәмзә ҡыҙы, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.
Юрий Гагарин исемендәге Кубокка уҡыусыларҙың республика олимпиадаһын ойоштороу комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде:
*Харрасов Замир Дамир улы, Теләүембәт урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар:
*Теләүембәт ауылының балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фиәгөл Рысаева;
*Мораҡтың “Уралҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсинә Түләгәнова;
*Йомағужаның “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсе ярҙамсыһы Фәнзирә Мәғизова;
*Йомағужа 1-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зөлфиә Лоҡманова;
*Йомағужа 2-се урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Лилиә Шәһиева;
*Күгәрсен урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Наил Йәһүҙин;
*Теләүембәт урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлсәсәк Вәлишина.
Артабан сәхнәгә республика Башлығы грантына (690 мең һум) лайыҡ булыусылар рәхим итте:
*Йомағужа 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Екатерина Әһлиуллина;
*Яңы Хвалын урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Азамат Алламоратов;
*Мораҡ 1-се урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Дим Баймырҙин;
*Йомағужа 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Глухова;
*Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Лилиә Кинйәбаева;
Ә Мораҡ 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусылары Оксана Кәримова менән Венера Ташбулатова, Теләүембәт урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Ҡаразбаева, Тәүәкән урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Йәмил Ҡаразбаев был байрам көндө грантты республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алыу бәхетенә иреште.
Уҡытыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов та ҡайнар ҡотлап, яңы уҡыу йылында сафты тулыландырыусы йәш уҡытыусыларҙы ихлас тәбрикләне. Белем биреү ойошмалары араһында спорттың 8 төрө буйынса үткән спартакиадала еңеүсе Йомағужа 2-се урта мәктәбе, Башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се урта һәм Йомағужа 1-се урта мәктәптәре командаларына Маҡтау грамотаһы һәм спорт инвентары алыр өсөн сертификат тапшырҙы.
Артабан да һынатмағыҙ. Хеҙмәт һәм тормош юлығыҙҙа гел уңыштар юлдаш булһын! Эшегеҙҙә сабырлыҡ һәм түҙемлек һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусылар!
Читайте нас: