Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 16:33

Йылдар аша баш эйәм һиңә, уҡытыусым

Борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән “Нимәгә өйрәндең ?”- тип һорамағандар. Ә“Уҡытыусың кем булды?”- тип белешкәндәр. Ошо яуап барыһын да асыҡлаған. Баланың ниндәйбулып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур. Йәшәлгән ғүмер бейеклегенән ҡарайым да, тормошома ҙур йоғонто яһаған кешеләрем - атай, әсәй һәм уҡытыусыларым тигән фекергәкиләм. Беҙ – уҡытыусының абруйын таныған, уны баһалаған дәүер балалары. Һәр беребеҙгә тигеҙиғтибар бүлгән, күңел йылыһын биргән уҡытыусыларыбыҙҙың хеҙмәте алдында бөгөн дә башэйәбеҙ. Һүҙем - һоҡланғыс кеше, Үрге Сирбай ауылында йәшәүсе уҡытыусым Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинова тураһында.

Борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән “Нимәгә өйрәндең ?”- тип һорамағандар. Ә
“Уҡытыусың кем булды?”- тип белешкәндәр. Ошо яуап барыһын да асыҡлаған. Баланың ниндәй
булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур. Йәшәлгән ғүмер бейеклегенән ҡарайым да, тормошома ҙур йоғонто яһаған кешеләрем - атай, әсәй һәм уҡытыусыларым тигән фекергә
киләм. Беҙ – уҡытыусының абруйын таныған, уны баһалаған дәүер балалары. Һәр беребеҙгә тигеҙ
иғтибар бүлгән, күңел йылыһын биргән уҡытыусыларыбыҙҙың хеҙмәте алдында бөгөн дә баш
эйәбеҙ. Һүҙем - һоҡланғыс кеше, Үрге Сирбай ауылында йәшәүсе уҡытыусым Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинова тураһында.
Сирбай мәктәбен тамамлаған һәр кем был исемде оло рәхмәт менән иҫкә алалыр. Сөнки, уның бөтә ғүмере беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Дүрт ауылдан Сирбай, Үрге Мөрсәләй, Моҡас,Етебулаҡтан йыйылған балалар әҙәбиәт дәресен көтөп алабыҙ. Ата-бабаларыбыҙ аманат иткән һүҙ ҡөҙрәтеме, әллә әҙәби геройҙарҙы, уларҙың күңел донъяһын беҙгә ихлас итеп еткергән уҡытыусыбыҙҙың оҫталығымы, нимә булһа ла ошо сәғәттәр байрам кеүек ине. Ә күп тә үтмәй тағы бер шатлыҡ өҫтәлә: Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы беҙҙең класс етәксеһе буласаҡ!
Эшһөйәрлеккә, башҡаларға ярҙамсыл, намыҫлы булырға, тәртипкә, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, эскерһеҙлеккә өйрәтте класс етәксебеҙ. Шул уҡ ваҡытта телдең байлығын, матурлығын, бөйөклөгөн, милли рух орлоҡтарын күңелгә һалды, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәтте. Беренселәрҙән булып тыуған көн, дуҫлыҡ кисәләре ойошторҙо. Бөгөнгө көндә лә класташтар осрашып, аралашып йәшәйбеҙ икән,тимәк, арабыҙҙағы йылылыҡ
ошо кисәләр, байрамдар, өмәләр, уҡытыусыбыҙ фатихаһы менән күңелгә ингән.
Ауыл тарихын, тирә-йүндәге ер-һыу атамаларын өйрәнеү,өлкән йәштәге кешеләргә барып, йәнтөйәк тураһындағы риүәйәт, легендаларҙы яҙып алыу, тәбиғәткә сығып уның тын алышын күҙәтеп, дәфтәргә төшөрөү матур хәтирә булып күңелдә йәшәй. Илһөйәрлек,телһөйәрлек беҙҙә шул мәлдәрҙә яралғандыр ҙа инде!?
Көндөҙ дәрестәр, төштән һуң кластан тыш саралар, кисен дәфтәрҙәр тикшереү, план төҙөү. Өйҙә йәш
балалары, донъя мәшәҡәттәре булған уҡытыусыбыҙ барыһына ла нисек өлгөрҙө икән?! Һәр дәресе ҡыҙыҡлы, фәһемле ине уҡытыусымдың . Ул биргән тормош һабаҡтары әле лә күңелемдә йәшәй. Бына, мәҫәлән, бер ваҡиға. Урта кластарҙа уҡыған саҡ булғандыр. Гүзәл
Ғиззәт ҡыҙы бер-беребеҙгә ҡылыҡһырлама яҙырға ҡушты. Мин бер парта артында ултырған Алик
класташым тураһында яҙырға тейешмен. “Алик гел һуғыша ,тыңлашмай. Бөтәһен дә бокслай”- тип
яҙып тапшырҙым. Уҡытыусыбыҙ барыбыҙҙы ла йыйҙы ла, күптәребеҙгә, шул иҫәптән миңә лә саҡ ғүмерлек һабаҡ бирҙе. “Бер ваҡытта ла кешеләр тураһында насар уйҙа йөрөтмәгеҙ, ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Оҡшамаған насар яҡтары булһа ла. Иң тәүҙә уның яҡшы яҡтарын эҙләгеҙ”, - тине. Дәрестән һуң артынан эйәреп сыҡтым да: “Ә ул кеше ныҡ насар булһа,бына Алик кеүек ,”- тип
ныҡышам. “Ә ниңә һин уны насар тип уйлайһың? Малайҙар шуҡ, шаян, һуғыш суҡмары була
инде ул. Һуңынан улар илен, ғаиләһен һаҡлар ир-егет булып үҫәләр. Иң мөһиме - күңеле матур
булһын. Бына уйла әле, Аликтың бер яҡшы яғы ла юҡмы ней?”- ти уҡытыусым. Аҙыраҡ уйланам да: “Уның йылмайыуы матур”, - тим. Ә ул: “Бына бит! Ихлас йылмая белгән кеше насар була алмай ул!”- ти.
Ғәҙәттә мәктәп йылдары артта ҡалыу менән уҡытыусылар менән һирәк осрашаһың.Ә мин был
йәһәттән бәхетлемен.Уҡытыусым ғүмерем буйына йәнәш барҙы, һәр йәһәттән уҡытыусым булып ҡалды.Тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын ваҡыт табып уларға инеп сыға инем. Яҡты,ҡунаҡсыл,ҡотло өйҙәрендә уҡытыусым икенсе яҡтан тәрбиәләй.Ҡасан барма, өйҙә яңы бешкән икмәк еҫе. Өҫтәл тулы милли ризыҡ. Күпереп бешкән икмәк, бәлештәр, ҡорот, яңы айыртылған
ҡаймаҡ, бал, һөҙмә. Тормош иптәше Азат ағай менән шул тиклем йылы мөнәсәбәт, бер-береһен бер
ҡараштан, бер ымдан аңлайҙар. “Бына нисек булырға тейеш ғаилә”, - тип һығымта яһайым.
Ауылыбыҙҙҙа гөрләп үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” , “Шәжәрә байрам”дарын ойоштороп, йәмәғәт эшендә ҡайнап йөрөгән уҡытыусыбыҙ үҙе артынан беҙҙе лә эйәртә ине. Архивта ауыл тураһында материалдар туплау, шәжәрә ебен барлау, ойоштороу моменттары һ.б. дөйөм эштәрҙе әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Ваҡытын да, көсөн дә, хеҙмәтен дә, үҙ аҡсаһын да йәлләмәй бар эште күңелен һалып башҡарған яҡын кешебеҙҙең киң күңеле, оло йөрәге алдында баҙап
ҡалдыҡ, һоҡландыҡ. Тынғыһыҙ йәнле уҡытыусым кешеләр яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо менән
йәшәй. Шуға ла ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап ғүмер итә. Ата-бабаларҙан ҡалған рухи ҡиммәттәрҙе үҫеп килеүсе йәш быуынға бөртөкләп тапшырыу, илде, телде, ерҙе һөйөргә, һаҡларға, яҡларға өйрәткән йолаларыбыҙға йән өрөү, тәбиғәтебеҙ сафлығын һаҡлау кеүек изге эштәрҙе үҙ иңдәренә алыусы ағинәйҙәр хәрәкәте барлыҡҡа килеү менән,ауылыбыҙға йән, ҡот
индереүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы тупларға кереште Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы. Халҡыбыҙҙың йола-
традицияларын тергеҙеп, ауылдың сәләмәт мөхитен тыуҙырыу өҫтөндә әүҙем эш башланы ауылым
ағинәйҙәре. Милли кейем тегеп кейеп, ауыл байрамдарын йәмләп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында
тәрбиә эшен киң йәйелдерҙеләр. Килен булып төшкән еремдә ағинәйҙәр ҡорон етәкләргә тәҡдим
алғас, уҡытыусыма йүнәлдем. “Иң мөһиме күңелеңдә, булмышыңда ағинәйлек булһын, булдырырһың”, -тине. Рухланып, көс, дәрт алып, күңелем бөтәйеп ҡайттым
унан. Бына шулай, уҡытыусыбыҙҙың оло йөрәге барыбыҙ ға ла етә. Бөгөн дә ауылдаштары ихтирамынан, уҡыусыларының һөйөүенән, абруйлы тамырҙарынан ҡөҙрәт алып йәшәй остазым.
Уҡытыусым, ихтирамымдың сиге юҡ. Һеҙ һалған һабаҡтарҙы бөгөн гимназия уҡыусыларының күңел кәрәҙҙәренә һалам. Изгелекте тик изгелек кенә тыуҙыра икәнен хәҙер яҡшы аңлайым.
Нурия ҠУНЫСБАЕВА-ЯХИНА.
Иҫәнғол ауылы
Читайте нас: