Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 18:54

Ысын мәғәнәһендә изге һөнәр эйәһе

Ике меңенсе йыл... Оло хеҙмәт юлын башлар өсөн дәрт-ялҡынлы йөрәк менән Әлмәс яғына юлландым. Тик биш йыл буйы белем алған осоромда баш ҡаланың йәмле парктарына һәм геүләп торған шау-шыулы урамдарына, мөһабәт биналы университетыма күңелем ныҡ береккән булһа кәрәк, ауыл мәктәбенә килгәс бер аҙ албырғып ҡалдым. Бер ҡарашыңдан аңлап торған, яҡын күргән курсташтар ҙа, тырышлығыңды баһалап үҫтереп ебәреүсе профессорҙар ҙа юҡ... Бер күрмәгән кешеләр, һынаулы ҡарашлы директор, бөтөнләй икенсе донъя, икенсе мөхит... Үҙемде ҙур диңгеҙҙә батып барған караптағы һымаҡ тойған мәлдә, ҡотҡарыусым булып миңә йылмайып ҡул һуҙҙы ул:- Әйҙә, танышайыҡ. Мин – Гөлзия Әнүәр ҡыҙы. Башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уның алсаҡлығы, ябайлығы бер минутта күңелдәге һағышты, шик-шөбһәләрҙе таратып, йәнгә йылы өрҙө.

Ике меңенсе йыл... Оло хеҙмәт юлын башлар өсөн дәрт-ялҡынлы йөрәк менән Әлмәс яғына юлландым. Тик биш йыл буйы белем алған осоромда баш ҡаланың йәмле парктарына һәм геүләп торған шау-шыулы урамдарына, мөһабәт биналы университетыма күңелем ныҡ береккән булһа кәрәк, ауыл мәктәбенә килгәс бер аҙ албырғып ҡалдым. Бер ҡарашыңдан аңлап торған, яҡын күргән курсташтар ҙа, тырышлығыңды баһалап үҫтереп ебәреүсе профессорҙар ҙа юҡ... Бер күрмәгән кешеләр, һынаулы ҡарашлы директор, бөтөнләй икенсе донъя, икенсе мөхит...
Үҙемде ҙур диңгеҙҙә батып барған караптағы һымаҡ тойған мәлдә, ҡотҡарыусым булып миңә йылмайып ҡул һуҙҙы ул:
- Әйҙә, танышайыҡ. Мин – Гөлзия Әнүәр ҡыҙы. Башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Уның алсаҡлығы, ябайлығы бер минутта күңелдәге һағышты, шик-шөбһәләрҙе таратып, йәнгә йылы өрҙө. Әллә нишләп бала саҡтан ҡанға һенгән шул – уҡытыусы кеше балаларға ғына түгел, бар тирә-яҡҡа нур өләшеүсе булырға тейеш (һәр ваҡыт һөмһөрө ҡойолоп, сабыйҙарға һөйөп түгел, ҡаш аҫтынан уҫал ҡараған уҡытыусының балалар менән эшләгеһе килеүенә шик тыуа! –авт.). Гөлзиә менән тәү ҡарашҡа шомло күренгән мәктәп коридорҙары ла яҡтырғандай, ҡырағай, сит-ят күренгән Әлмәс ауылы ла миңә йөҙө менән боролғандай тойолдо. Ғөмүмән, Гөлзиә булған ерҙә аҙ ғына ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә мөмкин түгел ине... Коллегаларына ихтирамлы, кеселекле, ярҙамсыл булыуы, үҙе уҡытҡан балалары өсөн йән атып, улар өсөн төплө белем биреүсе генә түгел, тәрбиәсе, икенсе әсәй, яҡшы кәңәшсе, тоғро дуҫ булыуы менән һоҡландырҙы. Ул заманда Әлмәс-Түләбай баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрө сәсә торғандар ине. Мәктәптекенә лә өлгөрҙө, үҙенә гектарлап сөгөлдөр алып эшкәртеүҙә лә алдынғылыҡты бирмәне, өҫтәүенә мәҙәни сараларҙан, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалманы. Бер ауылда йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһенә лә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп, өлкәндәр өсөн оло терәк булды.
Өс йыл Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләгән дәүерем ғүмеремдең бер сағыу мәле булып, күңелдә тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырған икән, бының өсөн дә мин изгелеккә, яҡтылыҡҡа ынтылышлы, бар тормош йәмен тынғыһыҙ хеҙмәттә тапҡан, үҙемде лә әрһеҙерәк, ҡыйыуыраҡ булырға өйрәтеп, тормош һабағы биргән Гөлзиә Әнүәр ҡыҙына рәхмәтлемен һәм бурыслымын.
Уның менән танышыуға егерме йыл ғүмер үтте. Гөлзиә Әнүәр ҡыҙы һаман да мәғариф өлкәһенә тоғролоҡ һаҡлаған, үҙ эшенә, балаларға мөкиббән уҡытыусы, ысын мәғәнәһендә изге һөнәр эйәһе. Һөйөклө әсә лә, хәстәрлекле, ышаныслы ҡатын һәм уңған хужабикә лә ул.
Өс йыл мине үҙ ҡыҙылай яҡын күреп ел-ямғырҙан ҡурсалаған һәм аҙаҡ ҡунаҡҡа килеүемде һағынып көткән Мәрйәм инәй, Ҡәтифә инәйҙәр баҡыйлыҡҡа киткәс башҡорт Әлмәсенең ҡото киткәндәй тойолғайны. Гөлзиә менән үҙе кеүек үк эшкә талымһыҙ йәнле тормош юлдашы - Ринат Ғәли улының ошо таныш урамдан йорт һатып алып, төпләнеп, өр-яңынан был тарафҡа йән өргәненә ҡыуанысымдың сиге булманы. Әлмәс еренең бәрәкәтен арттырыусы эшһөйәрҙәр ғаиләһенә, йәғни элекке коллегама, һирәк булһа ла юлым төшөп тора. Һәр күрешкән һайын иң-иң тәүге тапҡыр Уҡытыусы кеүек абруйлы, яуаплы һөнәрҙең ауырлығын, бөйөклөгөн татырға тура килгән хеҙмәт юлы башын һағынып иҫләргә, артабан илһамланып эшләр, йәшәр өсөн көс-дәрт алырға...
Читайте нас: