Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 11:08

Уҡытыусы тигән даны бар

Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Салауат ҡыҙы Сәлихова данлыҡлы Баймаҡ районында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетына уны уҡытыусы булырға тигән бала саҡ хыялы алып килә. “Әлфиә Әғзәмовна булам...”- Беҙ уҡыған осорҙа уҡытыусы һөнәре ныҡ абруйлы ине. Заманы ла үҙенсәлекле булды – октябрят, пионер, комсомол ойошмалары гөрләп эшләне. Кешене ул ваҡытта йәмғиәт үҙе тәрбиәләне. Отряд вожатыйы ла, дружина советы рәйесе лә, комсорг та булдым мәктәптә уҡығанда. Башҡорт теленән иһә Барлыбаева Әлфиә Әғзәм ҡыҙы уҡытты. Туған телебеҙгә тәрән һөйөү, уҡытыусы һөнәренә оло ихтирам тойғоһон һалды ул беҙҙең күңелгә. Дәрестәрен гел көтөп алыр инек. Уның күп уҡыусылары филология факультетын тамамланы. Минең дә шул юлдан китеүем “Әлфиә Әғзәмовна булырға” теләүемдән. 1994 йылда диплом алғас, Әбделкәрим, Иҫән, Баймаҡ мәктәптәрендә уҡыттым. Мәсетле районының “Ҡарағай” санаторийында ла эшләнем.Был мәктәпкә килеүемә 20 йыл тулды, - ти Гөлназ Салауат ҡыҙы.

Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Салауат ҡыҙы Сәлихова данлыҡлы Баймаҡ районында тыуып үҫкән.
Башҡорт дәүләт университетына уны уҡытыусы булырға тигән бала саҡ хыялы алып килә.
“Әлфиә Әғзәмовна булам...”
- Беҙ уҡыған осорҙа уҡытыусы һөнәре ныҡ абруйлы ине. Заманы ла үҙенсәлекле булды – октябрят, пионер, комсомол ойошмалары гөрләп эшләне. Кешене ул ваҡытта йәмғиәт үҙе тәрбиәләне. Отряд вожатыйы ла, дружина советы рәйесе лә, комсорг та булдым мәктәптә уҡығанда.
Башҡорт теленән иһә Барлыбаева Әлфиә Әғзәм ҡыҙы уҡытты. Туған телебеҙгә тәрән һөйөү, уҡытыусы һөнәренә оло ихтирам тойғоһон һалды ул беҙҙең күңелгә. Дәрестәрен гел көтөп алыр инек. Уның күп уҡыусылары филология факультетын тамамланы. Минең дә шул юлдан китеүем “Әлфиә Әғзәмовна булырға” теләүемдән.
1994 йылда диплом алғас, Әбделкәрим, Иҫән, Баймаҡ мәктәптәрендә уҡыттым. Мәсетле районының “Ҡарағай” санаторийында ла эшләнем.
Был мәктәпкә килеүемә 20 йыл тулды, - ти Гөлназ Салауат ҡыҙы хеҙмәт юлын байҡап.
Булмышында - Һаҡмарһыу асылы
Бынан теүәл 20 йыл элек улар, тормош иптәше Илдар ағай менән йүнәлтмә буйынса Тәүәкәнгә эшкә килә, йәштәргә йорт та бирәләр, эш тә була. Дәртләнеп башкөлләй эшкә сума Сәлиховтар, Илдар ағай менән икәүләп бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнайҙар, “Сәңкем” фольклор ансамблен ойоштороп ебәрәләр, балаларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар, сәнғәткә уларҙы ла йәлеп итеү маҡсаты менән “Сыңрау торна” ансамбле булдырыла. Республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙа, фестивалдәрҙә, бәйгеләрҙә ҡатнашалар, сығыштары телевидениела ла күрһәтелеп бара.
- Йәшлек дәрте менәндер инде, бөтә ергә өлгөрә торғайныҡ. Яҡташым, бейеүсе, хореограф Азамат Кәримов менән бейеү ансамбле солисы ла булып йөрөнөк. “Хазина”, “Артылыш” тапшырыуҙары беҙҙең эшмәкәрлек тураһында матур тапшырыуҙар ҙа төшөрҙө. Заманы шулай булдымы – кеше мәҙәниәткә, сәнғәткә тартылды, рухи яҡтан бик әһәмиәтле күтәрелеш булғайны ул осорҙа. Моғайын да, суверенлыҡ яулауҙың йоғонтоһо булғандыр. Тел, ер, милләт яҙмышы һәр беребеҙҙең иңендә һымаҡ тоя торғайныҡ, - ти Гөлназ.
Янып, ярһып эшләү, Гөлназдың яҡташы, яҙыусы Әхмәр ағай Үтәбаев әйтмешләй, һаҡмарһыу асылына ла барып тоташалыр. Баймаҡ – таланттарға бай яҡ тип тә әйтәләр бит. Илдар ағайҙың моңло итеп йырлағанын, моғайын да, ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр. Гөлназ иһә хикәйәләр яҙа, шиғырҙар ҙа ижад итә. “Алтын тирмә” телевизион викторинаһында ла ҡатнашып еңеүсе исеменә лайыҡ булды ваҡытында Сәлиховтар.
Әсәнән күреп, тун бескән
Гөлназ ҡул эштәренә лә оҫта. Әсәһе Ғилмияза инәйҙән күрмәксе, ҡорама ҡорау менән дә шөғөлләнә; таҫтамалдар, алъяпҡыстар, ҡулъяулыҡтар сигә; башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәр, ҡашмау, сулпы кеүек боронғо биҙәүес әйберҙәрен дә эшләй.
- Ғаиләбеҙҙә ҡыҙ балалар булғас, бирнәлек әҙерләү минең иңдә бит инде, магазиндан әйберенә үҙ ҡулдарың менән эшләгән етмәй тип, ҡаралты йүнәттем. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә бикәстәренә бүләктәрен әҙерләне.
Әсәйем бигерәк оҫта минең. Өлкән булһа ла, ҡорамаһын да ҡорай, милли күлдәктәрен дә тегә, түшәк-юрғанын да эшләй. Һуғыш башланған йылда тыуған ул, бер ваҡытта ла атаһын күрмәгән, атай тип әйтә алмаған, ауырлыҡты, етемлекте үҙ иңендә татыған.
Атайыбыҙ Салауат менән 5 балаға ғүмер бирҙеләр, ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә юғары белемле, йыр-моңһа маһир, әсәйебеҙ үҙе лә боронғо йырҙарҙы йырлай, мөнәжәттәр әйтә.
Уның ҡул эштәрен төрлө күргәҙмәләргә лә алып китәләр. Тәүге күлдәген бәләкәй саҡта ҡулдан ғына тегеп кейә ул. Йәрпесәкле милли күлдәктәр ҙә тегә, ҡашмау, селтәр, һаҡал кеүек биҙәүес әйберҙәрен дә бөхтә генә итеп теҙеп эшләп ҡуя; төҫтәш кенә итеп ҡорама юрғандар, ултырғыс түшәктәре, бәләкәй диван яҫтыҡтары эшләй, мейес тә сығара.
Бына шундай милли рухлы, егәрле, оҫталар ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫеүебеҙ менән бәхетле һәм, әйтергә кәрәк, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе, ҡаҙаныштарыбыҙ нәҡ шул тәрбиәнән киләлер. – Ысынлап та, бала үҫкән ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул була бит.
Сәлиховтарҙың ҡыҙҙары Әлиә менән Йәнгүзәл кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡорған. Икеһе лә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән, Әлиә балалар баҡсаһында эшләһә, Йәнгүзәл декрет ялында.
Читайте нас: