Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 16:15

Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем!

Юҡҡамы ни, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең шиғырында уҡытыусылар тураһында былай тип яҙа:« Уҡытыусы- ниндәй гүзәл исем!Кеше итеп һине әҙерләй.Тормоштоң ул көрәшсеһе итә, Кесенәнән һөйә, ҡәҙерләй.Уҡытыусы ҡулында- кеше киләсәге, уның яҙмышы. Ябай эшсенән алып президентҡа тиклем бөтәһе лә уҡытыусы тәрбиәһе аша үтә. Уҡытыусы үҡыусыға йәшәү серҙәрен өйрәтә: дөрөҫ юлдан барырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, Тыуған илде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә әйҙәй.«Кеше-кеше өсөн ҡиммәтле дарыу ул», -тигән боронғоларҙың һүҙе тап был һөнәр эйәләре тураһында әйтелгәндер. Сөнки уҡытыусы -педагогтың шәхси үрнәге, һүҙе, кәңәше – уҡыусылар өсөн алыштырғыһыҙ бер дарыу.Уҡытыусы үҙ уҡыусылары өсөн идеаллаштырылған бер образ да: ул барыһын да белә, барыһын да аңлай, кәрәк икән- хәленә керә, йыуата, кәңәш бирә. Ул иң тоғро, иң ышаныслы кешеләрҙең береһе. Яҡшы уҡытыусы үҙ уҡыусыһының аҙ ғына уңышын да күрә, хуплай, һәр саҡ ярҙам итә – үҫергә, камиллашырға мөмкинлектәр тыуҙыра. Донъя серҙәрен төшөндөрә- төшөндөрә тормошҡа үҙ ҡарашы булған ысын кешене, шәхесте тәрбиәләй ул. Уҡытыусының хеҙмәтен бизмәндәргә һалып үлсәп булмай. Уның эшенә иң ҙур баһа- уның уҡыусылары, уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары.

Юҡҡамы ни, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең шиғырында уҡытыусылар тураһында былай тип яҙа:
« Уҡытыусы- ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кесенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Уҡытыусы ҡулында- кеше киләсәге, уның яҙмышы. Ябай эшсенән алып президентҡа тиклем бөтәһе лә уҡытыусы тәрбиәһе аша үтә. Уҡытыусы үҡыусыға йәшәү серҙәрен өйрәтә: дөрөҫ юлдан барырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, Тыуған илде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә әйҙәй.
«Кеше-кеше өсөн ҡиммәтле дарыу ул», -тигән боронғоларҙың һүҙе тап был һөнәр эйәләре тураһында әйтелгәндер. Сөнки уҡытыусы -педагогтың шәхси үрнәге, һүҙе, кәңәше – уҡыусылар өсөн алыштырғыһыҙ бер дарыу.
Уҡытыусы үҙ уҡыусылары өсөн идеаллаштырылған бер образ да: ул барыһын да белә, барыһын да аңлай, кәрәк икән- хәленә керә, йыуата, кәңәш бирә. Ул иң тоғро, иң ышаныслы кешеләрҙең береһе.
Яҡшы уҡытыусы үҙ уҡыусыһының аҙ ғына уңышын да күрә, хуплай, һәр саҡ ярҙам итә – үҫергә, камиллашырға мөмкинлектәр тыуҙыра.
Донъя серҙәрен төшөндөрә- төшөндөрә тормошҡа үҙ ҡарашы булған ысын кешене, шәхесте тәрбиәләй ул.
Уҡытыусының хеҙмәтен бизмәндәргә һалып үлсәп булмай. Уның эшенә иң ҙур баһа- уның уҡыусылары, уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары.
Читайте нас: