Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 13:52

Уҡытыусы булыу - оло яуаплылыҡ

5 октябрь - уҡытыусылар көнөУҡытыусы булыу – оло яуаплылыҡХоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы Ишкинина уҡытыусы булырға бала саҡтан хыяллана. Ошо самими, изге хыялы уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Үҙен юғары белем алыуға тулыһынса бағышлаған ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Студент йылдарында ул театр түңәрәгенә йөрөп, драма түңәрәге режиссеры тигән өҫтәмә һөнәр ҙә үҙләштерә. Әйткәндәй, мәктәп эшендә был һөнәр уға әле лә ныҡ ярҙам итә.- Бала күңеле лә, теҙеп кенә һалынған нигеҙ ташы кеүек- ҡомон аҙыраҡ ҡуштыңмы, нигеҙеңдең ҡыйшайыуын көт тә тор. Үҙемдең эш тәжрибәһенән барлыҡҡа килгән был ҡарашымдың дөрөҫлөгөнә эшләй-эшләй инана ғына барам. Yҙем һайлаған хеҙмәт юлында дөрөҫ һәм нәтижәле эшләүем, миңә киләсәккә ышаныс та, көс-дәрт тә өҫтәй, өмөтөмдө һүндермәйсә йәшәргә дарман бирә. Уҡытыусы тигән исемде йөрөтөү яуаплылыҡ та өҫтәй.Уңайҙан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде лә һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Күңелегеҙ матур, үҙегеҙгә лә, балаларға ла талапсан, кәрәкле булығыҙ, тел, ил, милләт һаҡсылары булып ҡалығыҙ! Эшегеҙ уңышлы, сәскән орлоҡтарығыҙ шытымлы, емешле, киләсәгегеҙ яҡты булһын!- тип изге теләктәрен дә еткерә Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы.

Уҡытыусы булыу – оло яуаплылыҡ
Хоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы Ишкинина уҡытыусы булырға бала саҡтан хыяллана. Ошо самими, изге хыялы уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Үҙен юғары белем алыуға тулыһынса бағышлаған ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Студент йылдарында ул театр түңәрәгенә йөрөп, драма түңәрәге режиссеры тигән өҫтәмә һөнәр ҙә үҙләштерә. Әйткәндәй, мәктәп эшендә был һөнәр уға әле лә ныҡ ярҙам итә.
- Юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлымды Һапаш башланғыс мәктәбендә башлап ебәрҙем, оҙаҡ йылдар Ялсы ауылы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләнем. Ә инде 2010 йылдан ең һыҙғанып, Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. 2012 йылда уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булдым, 2018 йылдан директор вазифаһына тәғәйенләнеләр. Бер үк ваҡытта рус теленән уҡытам.
Тел уҡытыусыһы булараҡ, балаларға белем биреү генә түгел, милләтебеҙгә мөхәббәт, бай тарихы булған башҡорт халҡы менән ғорурланыу тойғоһо һалырға, шул уҡ ваҡытта рус теленә, әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләргә тейешмен. Үҙ фекере булған, әхлаҡи яҡтан ныҡлы, тәртипле ата-әсә булырҙай кешеләр үҫтереү ҙә уҡытыусылар иңенә ята. Эшемдең төп асылы- уҡыусыға үҙен шәхес итеп тойорға ярҙам итеү ул эшләрҙәй эште унан башҡа бер кем дә яҡшыраҡ эшләй алмаясағына төшөндөрөү, үҙбаһаһын күтәреү. Әйтәйек, ҙур йортто күтәргәндә нигеҙен тәрәнерәк итеп, ҡом-ташын йәлләмәй, йорт матур, төҙөк, мөһабәт булһын, башҡаларҙы һоҡландырып, тирә-яҡты йәмләп ултырһын өсөн бүрәнәләрҙе шымарталар, көйләйҙәр. Бала күңеле лә, теҙеп кенә һалынған нигеҙ ташы кеүек- ҡомон аҙыраҡ ҡуштыңмы, нигеҙеңдең ҡыйшайыуын көт тә тор. Үҙемдең эш тәжрибәһенән барлыҡҡа килгән был ҡарашымдың дөрөҫлөгөнә эшләй-эшләй инана ғына барам. Yҙем һайлаған хеҙмәт юлында дөрөҫ һәм нәтижәле эшләүем, миңә киләсәккә ышаныс та, көс-дәрт тә өҫтәй, өмөтөмдө һүндермәйсә йәшәргә дарман бирә. Уҡытыусы тигән исемде йөрөтөү яуаплылыҡ та өҫтәй.
Уңайҙан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде лә һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Күңелегеҙ матур, үҙегеҙгә лә, балаларға ла талапсан, кәрәкле булығыҙ, тел, ил, милләт һаҡсылары булып ҡалығыҙ! Эшегеҙ уңышлы, сәскән орлоҡтарығыҙ шытымлы, емешле, киләсәгегеҙ яҡты булһын!- тип изге теләктәрен дә еткерә Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы
Читайте нас: