Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 12:18

Тел уҡытыусылары ҡоро

Мәғлүм булыуынса, 24-25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оло ҡоро үтте. Унда беҙҙең райондан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, Ҡалдар мәктәбе уҡытыусыһы Сания Вәлитова, балалар баҡсаларында башҡорт теле серҙәрен өйрәтеүселәрҙең район методик берекмә етәксеһе Нәзирә Ишкилдина, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилә Псәнчина менән мәҡәләбеҙ геройы – Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова ҡанташты.Тәүәкән мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Салауат ҡыҙы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша:

Мәғлүм булыуынса, 24-25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оло ҡоро үтте. Унда беҙҙең райондан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, Ҡалдар мәктәбе уҡытыусыһы Сания Вәлитова, балалар баҡсаларында башҡорт теле серҙәрен өйрәтеүселәрҙең район методик берекмә етәксеһе Нәзирә Ишкилдина, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилә Псәнчина менән мәҡәләбеҙ геройы – Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова ҡанташты.
Тәүәкән мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Салауат ҡыҙы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
- Ысынлап та, бик сағыу һәм әһәмиәтле сара булды ул.
Беренсе көндә 13 майҙансыҡта эш ойошторолдо. Оҫталыҡ дәрестәре ҡараныҡ, тренингтар үттек, консультациялар алдыҡ. Һәр уҡытыусы 3 майҙансыҡта ҡатнашып өлгөрҙө. “Башҡортостан Республикаһы башлығының туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса грантына документтарҙы нисек дөрөҫ итеп әҙерләргә”, “Башҡорт теленән дистанцион уҡытыуҙы нисек алып барырға?”, “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу. Нимә һәм нисек эшләргә?”, “Башҡорт телен өйрәнеү буйынса ата-әсәләр менән эште нисек ойошторорға?” кеүек төплө мәғлүмәтле тематик һөйләшеүҙәр, тәжрибә уртаҡлашыуҙар файҙалы булды.
Шулай уҡ интернет селтәре менән эшләү, “Балабаш”, “Сәләм”, “Әлләсе” , “Аҫылташ” һ.б. мобиль ҡушымталар менән нисек ҡулланыу, яндекс-тәржемәсенең эшен яйға һалыу һ.б. мәсьәләләр ҡаралды. Һәр майҙансыҡта Башҡортостан Хөкүмәтенә конкрет тәҡдимдәр яҙылды. Уҡытыусылар тәҡдимдәрен, үтенестәрен Радий Хәбировҡа шәхсән яҙып еткерә алды.
Икенсе көн дә сараларға бай булды, шулай ҙа иң хәтерҙә ҡалғаны - Радий Фәрит улы менән осрашыу булды. Ул башҡорт телен өйрәнеү өсөн эшләнелгән мобиль ҡушымталарҙы ҡулланыуы тураһында һөйләне, башҡорт теле уҡытыусыларының Беренсе съезынан һуң эшләнгән эштәрҙе барланы, БДУ-ла диссертация советын тергеҙеү, эшлекле милли костюмдар кейеү, Хөкүмәттә, Дәүләт йыйылышында, райондарҙағы йыйылыштарҙа башҡортса сығыш яһауҙың әһәмиәтлелеген, төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙың артыуын (диктантты шул диалектта ла яҙыу), полилингваль гимназияларҙың асылыуын билдәләп үтте, 2024 йылға тиклем бындай гимназияларҙың һаны 15-кә етәсәген белдерҙе.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, министерствонан төшөрөлгән сәғәттәр һанын райондарҙа ҡыҫҡартмау, алдынғы ҡарашлы уҡытыусыларға телде уҡытыу методикаһы буйынса аспирантурала һәм докторантурала уҡытыу өсөн грант биреү, инглиз теле кеүек башҡорт теленә лә халыҡ-ара кимәлдә сертификат биреү, эшкә алғанда телде белеүҙе беренсе урынға ҡуйыу, сит өлкәләге мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, “Тормош һабаҡтары” дәрестәрен тергеҙеү, дистанцион уҡытыу өсөн башҡорт телендә айырым платформа булдырыу, уҡытыусылар өсөн генә түгел, әүҙем уҡыусылар өсөн дә ошондай форумдар ойоштороу кеүек тәҡдим-теләктәребеҙҙе еткерҙек. Әйткәндәй, бындай форум киләсәктә йылына ике тапҡыр уҙасаҡ.
Читайте нас: