Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 17:00

Мәктәп хатта төшөмә инә...

Сәйетҡол ауылында йәшәүсе талапсан ҡарашлы Миңзәлә Сәйетбатталова (Байғүбәкова) - бар хеҙмәт юлын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған педагогик хеҙмәт ветераны. Әйтеүе генә анһат, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланһын әле! Шунса йылдар эсендә нисәмә дәрес уҡытылған, күпме бала уның ҡулында тәүге һабаҡ алған, быныһын инде ул үҙе лә иҫләмәй. Иң мөһиме - Миңзәлә Рәшит ҡыҙының тап ошо һөнәрҙе һайлауына бер ҡасан да үкенгәне булмай, киреһенсә, йәштән үк үҙен уҡыусыларҙан, мәктәптән башҡа күҙ алдына ла килтермәй.Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Сәйетҡол мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килгән саҡта Тирмән ауылы ҡыҙы бар ғүмерен ошо ауылда уҙғарырмын тип, әлбиттә, күҙ алдына ла килтермәгәндер. Яҙмышын – буласаҡ тормош иптәшен ошонда тап итеп, килен булып төшкән еренә таштай батып, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй педагогик хеҙмәт ветераны.

Сәйетҡол ауылында йәшәүсе талапсан ҡарашлы Миңзәлә Сәйетбатталова (Байғүбәкова) - бар хеҙмәт юлын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған педагогик хеҙмәт ветераны.
Әйтеүе генә анһат, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланһын әле! Шунса йылдар эсендә нисәмә дәрес уҡытылған, күпме бала уның ҡулында тәүге һабаҡ алған, быныһын инде ул үҙе лә иҫләмәй. Иң мөһиме - Миңзәлә Рәшит ҡыҙының тап ошо һөнәрҙе һайлауына бер ҡасан да үкенгәне булмай, киреһенсә, йәштән үк үҙен уҡыусыларҙан, мәктәптән башҡа күҙ алдына ла килтермәй.
Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Сәйетҡол мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килгән саҡта Тирмән ауылы ҡыҙы бар ғүмерен ошо ауылда уҙғарырмын тип, әлбиттә, күҙ алдына ла килтермәгәндер. Яҙмышын – буласаҡ тормош иптәшен ошонда тап итеп, килен булып төшкән еренә таштай батып, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй педагогик хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: