Йомағужа ауылының “Ағиҙел” үҫмерҙәр клубы эшмәкәрлеге менән ойошма директоры Гөлфиә Садиҡова таныштыра:
- Беҙгә балалар ҙур теләк менән йөрөй. Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән 4-5 йәшлек балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, балалар йорто, приют тәрбиәләнеүселәре лә шөғөлләнә. Ҡабул итеү 7 йәштән булһа ла, әгәр бала үҙе теләп килә икән, берәүҙе лә тупһанан кире бормайбыҙ. Иң мөһиме – баланы урам йоғонтоһонан, наркомания, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән, социаль сирҙәрҙән ҡурсыу.
Баланы ата-әсә арый, йонсой тип өҫтәмә дәрестәргә, түңәрәктәргә йөрөүҙән тыймаһын ине. Сөнки өйҙә ҡарауһыҙ, иғтибарһыҙ ултырған балаға яман ғәҙәттәр тиҙ йоғоусан, көнө буйын интернетта ултырыу ҙа хәүефле.
Беҙҙең клубта бәйләү, тегеү, сигеү, сәйлән теҙеү, әүәләү, шахмат, шашка һәм башҡа төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләй. Үҙенең ынтылышына, ҡыҙыҡһыныуына, теләгенә ҡарап, йүнәлеш һайлай ала бала. Бер көн бер түңәрәктә шөғөлләнһә, икенсе көнө икенсеһендә үҙен һынап ҡарай ала. Тағы ла шуныһы мөһим- беҙҙә бөтә түңәрәктәр бушлай.