Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Октябрь 2020, 11:45

“Үҫеш нөктәһе” яңы мөмкинлектәргә юл аса

29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтте. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған был проект буйынса быйыл республикала һанлы һәм гуманитар профилле тағы 42 инновация майҙансығы булдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда ундай үҙәктәре булған мәктәптәр һаны тағы берәүгә артты - Мәҡсүт урта мәктәбендә һанлы һәм гуманитар профилле “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды. Районда тәүгеләрҙән булып ундай үҙәк Мораҡ 1-се урта мәктәбендә булдырылһа, былтыр Йомағужа 1-се урта мәктәбе лә ундай майҙансыҡҡа эйә булды.

29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтте. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған был проект буйынса быйыл республикала һанлы һәм гуманитар профилле тағы 42 инновация майҙансығы булдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда ундай үҙәктәре булған мәктәптәр һаны тағы берәүгә артты - Мәҡсүт урта мәктәбендә һанлы һәм гуманитар профилле “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды. Районда тәүгеләрҙән булып ундай үҙәк Мораҡ 1-се урта мәктәбендә булдырылһа, былтыр Йомағужа 1-се урта мәктәбе лә ундай майҙансыҡҡа эйә булды.
Алда әйтеп үтеүебеҙсә, сара бөтә республика буйынса үткән марафон эшендә ҡатнашыу менән башланды, БР мәғариф министры урынбаҫары Илдар Дәүләтбирҙин республикала “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, айырыуса ауыл мәктәптәрендә хәҙер уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүен, бәләкәй ҡала һәм ауыл мәктәптәре заманса оргтехника менән йыһазландырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер сәғәт дауамында барған марафонда былтыр һәм быйыл барлыҡҡа килгән “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре тура бәйләнешкә сыҡты. Ағиҙел, Благовещенск, Туймазы ҡалалары, Мәләүез, Белорет райондары педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре ҡыҫҡа онлайн-дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, уҡыусылар яулаған уңыштары хаҡында һөйләне.
Тура эфирҙа аралашҡандан һуң тантаналы сара башланды. Залда ултырыусыларҙы – ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе мәктәп директоры Илдар Ғиләжев, район етәксеһе Ғайса Янбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, Мәҡсүт ауыл күп функциялы клубы директоры Резеда Ҡотлобаева, ата-әсәләр исеменән Зөһрә Иванова сәләмләне. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла ауыл ерендә лә ҙур ҡала мәктәптәрендәге кеүек уҡыусылар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылыуына ҡыуаныуын белдереп, уҡыусыларға башҡалар менән бер рәттән яңынан-яңы үрҙәр яуларға, туған мәктәп, тыуған районды бөтә республикаға, илгә танытырға өндәне.
Ҡунаҡтар өсөн матур йөкмәткеле концерт прогрммаһы тәҡдим ителде. Бәләкәстәр шиғыр һөйләп ҡыуандырһа, өлкәнерәктәр бейеп тә, йырлап та күрһәтте. “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге етәксеһе Рәмзилә Әбйәлилова символик асҡысты 2-се класс уҡыусыһы Никита Болдыревҡа тапшырғас, ҡунаҡтар яңынан йыһазландырылған кабинеттар менән танышты.
“Үҫеш нөктәһе” тормошҡа ашырылған кабинеттарға заманса ремонт үткәрелгән. Улар кәрәкле оргтехника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, “Медиазона” кабинетында балалар үҙ медиапродуктын булдыра ала, мәктәптә үткән ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, сараларҙы фотоға, видеоға төшөрөп, үҙҙәренә мәктәпкә архив туплаһа, икенсенән, журналист, фотограф, видеограф булырға хыяллағандар һөнәр нескәлектәренә төшөнә тора. “Информатика” кабинетында конструкторҙарҙың күплегенә хайран ҡалдыҡ, ә уҡыусылар бер ҙә аптырап тормаған, кемдер елкән, кемдер күтәреүсе кран һәм башҡаларҙы йыйып та ҡуйған. Ошонда уҡ яңы заманса компьютерҙар, 3Д принтер урынлашҡан. 3Д принтерҙың нисек эшләүен дә күрһәттеләр, ҡунаҡтарға уның ярҙамында үҙҙәре эшләгән сувенирҙарҙы ла бүләк иттеләр. Технология дәрестәрендә шөғөлләнер өсөн елемле пистолеттар, дрелдәр, электролобзиктар, күп функциялы инструменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡ та килгән. Әйткәндәй, Мәҡсүт мәктәбендә байтаҡ йылдар инде хеҙмәт уҡытыусыһы Ғафуан Бикбаев етәкселегендә оҫтахана эшләп килә. Хеҙмәт дәрестәрендә Ғафуан Шәрифйән улы уҡыусыларға ағасты эшкәртеү серҙәрен төшөндөрә, балалар менән бергә эшләгән төрлө сувенирҙар, ҡумталар ауыл, район һәм республика сараларының күргәҙмәләрен даими биҙәй. Шахмат уйынын үҙ иткәндәр, ҡотҡарыусы йәки табип булырға хыялланғандар өсөн дә бөтә шарттар бар, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” һәм “Шахмат”мөйөштәре булдырылған. Үҙ йүнәлештәре буйынса ниндәй эш алып барылыуы менән тураһында һөйләгән Мәҡсүт урта мәктәбе уҡытыусылары – Илгиз Сәғитов, Артур Мәжитов, Ғафуан Бикбаев һәм Наталья Климкович теүәл фәндәр, гуманитар профилдәр буйынса өҫтәмә белем биреү өсөн был йыһаздарҙың бик мөһим һәм кәрәкле икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Заман алға бара. Бара ғынамы... Елә! Хәҙерге заман балаларының зауығына тап килеү, улар менән бер тулҡында булыу өсөн ошондай үҙәктәр бик кәрәк. Матур итеп биҙәлгән бүлмәләр, заманса ҡорамалдар ауыл уҡыусыларына сифатлы белем биреү, техник һәм гуманитар белемдәрен практикала нығытыу мөмкинлеген дә киңәйтә. Мәҡсүт мәктәбе уҡыусылары өсөн дә “Үҫеш нөктәһе” яңынан-яңы үрҙәргә юл асыр, тип ышанабыҙ.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: