Ошо көндәрҙә илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы – Санкт-Петербург ҡалаһында (БДБ) СНГ илдәренең мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһында үткән “Мастерство без границ” халыҡ-ара конкурсының еңеүселәре һәм лауреаттары билдәләнде. 2015 йылдан “Северная столица” инновация-мәғариф үҙәге ойошторған был сараның төп маҡсаты - мәғариф үҫешенә тос өлөш индереүсе һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға белем биреүсе СНГ илдәренең иң яҡшы тәрбиәселәрен асыҡлау. Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәре, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Тажикстан Республикаларының балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре көс һынашҡан абруйлы сарала беҙҙең Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Латыпова Гөлназ Мөхәмәтвәли ҡыҙы “Мөдир” номинацияһында еңеү яуланы.