- Сара ике көн дауам итәсәк. Форумды асыу тантанаһынан һуң 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Дистанцион уҡытыу, уҡытыуҙы цифрлаштырыу, мәктәп телевидениеһы, театры, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, төрлө гранттарға документтар йыйыу һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыуҙар, БДУ-ң, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ - ң айырым майҙансыҡтары эшләне. Кисен Зөлфиә Ханнанова һәм Хөрмәт Үтәшев алып барған шиғриәт байрамы барлыҡ уҡытыусыларға оҡшаны. Бигерәк тә Фидан Ғафаровтың сығышы күңелгә ятты, бөтәһе аяғүрә алҡышланы. Красноусол шифаханаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәргән самауырлы ритайымда иһә тәмле самауыр сәйе эсеп, туйғансы бейеп күңел астыҡ, - ти Гөлназ Сәлихова.