Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Сентябрь 2020, 11:44

Ысын тәрбиәсе ул Нурзилә апайыбыҙ

Улым менән балалар баҡсаһынан ҡайтырға сыҡтыҡ. Ул тирә-яғына ҡарана-ҡарана:- Тәбиғәттә көҙ батшалыҡ итә. Ағастар япрағын ҡоя. Ә япраҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: һап-һары, алһыу, ҡыҙғылт... – тип, хәбәр тетә башланы. Әһә, тәрбиәсе апайҙары Нурзилә Абдулхай ҡыҙы менән көҙ миҙгелен арыу ғына тасуирлағандар тип эстән генә ҡыуанып, үҙем дә бер туҡтамай тәтелдәгән улымдың хәбәренә ҡушылам. Рәхмәт яуғыры, “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында икенсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, сабыйҙарҙың йөрәгенә асҡыс яратып, уларҙың телмәрен, донъяны танып-белеү һәләтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә өлгөрҙө шул “Ынйыҡайҙар” өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Нурзилә Сафина.

Улым менән балалар баҡсаһынан ҡайтырға сыҡтыҡ. Ул тирә-яғына ҡарана-ҡарана:
- Тәбиғәттә көҙ батшалыҡ итә. Ағастар япрағын ҡоя. Ә япраҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: һап-һары, алһыу, ҡыҙғылт... – тип, хәбәр тетә башланы.
Әһә, тәрбиәсе апайҙары Нурзилә Абдулхай ҡыҙы менән көҙ миҙгелен арыу ғына тасуирлағандар тип эстән генә ҡыуанып, үҙем дә бер туҡтамай тәтелдәгән улымдың хәбәренә ҡушылам.
Рәхмәт яуғыры, “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында икенсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, сабыйҙарҙың йөрәгенә асҡыс яратып, уларҙың телмәрен, донъяны танып-белеү һәләтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә өлгөрҙө шул “Ынйыҡайҙар” өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Нурзилә Сафина.
24 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған оҫта педагог, биш йыл балалар баҡсаһында эшләгән дәүерендә үҙен һиҙгер күңелле, оло йөрәкле, намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән ысын тәрбиәсе, өс бала әсәһе Нурзилә Сафина тураһында тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫмабыҙҙың йома һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: