Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Сентябрь 2020, 13:46

Тәрбиәсе

"...Бәләкәй генә кәүҙәле өләсәйемдең мине етәкләп йөрөп таң менән поезға сығарып, кискеһен ҡаршы алып, сабыр ғына уҡытыуына һоҡландым. Ата-әсәле балалар уҡый алмағанда, ул мине уҡытты. Гел генә ҙур уҡыуҙы уҡы тип тылҡыны. Ҙур уҡыу тигәне – юғары белем. БДУ-ны тамамлап, ҡулыма диплом алып ҡайтҡас, ике аҙнанан баҡыйлыҡҡа күсте. Өләсәйемдең әйткәнен тотоп, “ҙур уҡыуҙы” уҡып, уны ҡыуандырҙым. Бына шул бәләкәй генә буйлы, әммә көслө рухлы өләсәйемә арналғайны ла инде минең беренсе шиғырым....Күлдәктәрең – теҙҙәремдән өҫтә,Яулыҡтарың – етмәй билемә.Донъялыҡт шаҡтай ауырлығынҺалғанһың һин үҙең иңенә......Тормоштоң ауыр йөгөн тартыр көс тапҡан өләсәйемә һоҡланып, уны һағынып шул юлдарҙы яҙғайным...Мулла ҡыҙы бит, ундайҙарҙы борон ныҡ ҡына кәмһеткәндәр, ситләткәндәр. Әммә ул бирешмәне. “Ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла, кеше араһында төкөрмә, “махы” бирмә” тип тәрбиәләне беҙҙе, үҙе лә шундай булды.Йәш саҡта шиғриәткә киң итеп үк юл йыра алмаһам да (кейәүгә сығып, тормош баҫтымы), хәҙер хаҡлы ялда булғас, бер ни тиклем ҡәләмғә тотонорға мөмкинлек тыуҙы, буғай. Шиғриәткә, нәфис һүҙгә ғашиҡ булмаған башҡорт бармы икән ул? Юҡтыр. Ул бит йөрәктән сыҡҡан “тере һүҙ”...✅ 30 йыл ғүмерер балалар тәрбиәләүгә бағышлаған яҡташыбыҙ Роза Әшрәф ҡыҙы Хәмитова менән әңгәмәне район гәзитендә уҡырһығыҙ.#БашҡортТелеЙылы2020#КүгәрсенРайоныБашҡорттарыҠоролтайы#Мораҙым

Был көн 2004 йылдан бирле рәсми билдәләнһә лә, тарихы 18 быуат аҙағына барып тоташа. Нәҡ 1863 йылдың 27 сентябрендә Аделаида Семенова исемле тәрбиәсе беренсе балалар баҡсаһын асып, 3-8 йәшлек балаларҙы ҡабул итә башлай. Балаларҙы тәрбиәләү программаһында төрлө хәрәкәтле уйындар, конструкторҙар төҙөү, Тыуған ил тарихы өйрәнеү була. Аделаида “Балалар баҡсаһы” тигән махсус журнал сығарыуға ла өлгәшә.
Бына ошондай 157 йыллыҡ тарихлы байрам көнөндә беҙ, әлбиттә, тәрбиәселәр тураһында яҙырға бурыслыбыҙҙыр. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ошо өлкәгә бағышлағандар беҙҙә бихисап. Шундайҙарҙың береһе – 30 йыл балалар баҡсаһында эшләгән Роза Әшрәф ҡыҙы Хәмитова. Уны беҙ Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” ынан беләбеҙ. Һөҙөмтәле эшләне ул, күңелен биреп, дәртләнеп. Ошо көн уңайынан беҙ уның менән бик матур әңгәмә ҡорҙоҡ. Бер өҙөгөн һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Тулы мәҡәләне гәзиттә уҡырһығыҙ.
- ...Бәләкәй генә кәүҙәле өләсәйемдең мине етәкләп йөрөп таң менән поезға сығарып, кискеһен ҡаршы алып, сабыр ғына уҡытыуына һоҡландым. Ата-әсәле балалар уҡый алмағанда, ул мине уҡытты. Гел генә ҙур уҡыуҙы уҡы тип тылҡыны. Ҙур уҡыу тигәне – юғары белем. БДУ-ны тамамлап, ҡулыма диплом алып ҡайтҡас, ике аҙнанан баҡыйлыҡҡа күсте. Өләсәйемдең әйткәнен тотоп, “ҙур уҡыуҙы” уҡып, уны ҡыуандырҙым. Бына шул бәләкәй генә буйлы, әммә көслө рухлы өләсәйемә арналғайны ла инде минең беренсе шиғырым.
...Күлдәктәрең – теҙҙәремдән өҫтә,
Яулыҡтарың – етмәй билемә.
Донъялыҡт шаҡтай ауырлығын
Һалғанһың һин үҙең иңенә...
...Тормоштоң ауыр йөгөн тартыр көс тапҡан өләсәйемә һоҡланып, уны һағынып шул юлдарҙы яҙғайным...
Мулла ҡыҙы бит, ундайҙарҙы борон ныҡ ҡына кәмһеткәндәр, ситләткәндәр. Әммә ул бирешмәне. “Ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла, кеше араһында төкөрмә, “махы” бирмә” тип тәрбиәләне беҙҙе, үҙе лә шундай булды.
Йәш саҡта шиғриәткә киң итеп үк юл йыра алмаһам да (кейәүгә сығып, тормош баҫтымы), хәҙер хаҡлы ялда булғас, бер ни тиклем ҡәләмғә тотонорға мөмкинлек тыуҙы, буғай. Шиғриәткә, нәфис һүҙгә ғашиҡ булмаған башҡорт бармы икән ул? Юҡтыр. Ул бит йөрәктән сыҡҡан “тере һүҙ”...
Читайте нас: