Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Сентябрь 2020, 13:22

Башҡорт теле уҡытыусылар ҡорға йыйыла

24 - 25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы була. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған сара Башҡорт теле йылына арнала. Беҙҙең райондан унда өс кеше - Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Рәзилә Хисмәтуллина, Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова, Ҡалдар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Вәлитова ҡатнаша. Форум тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә булыр.

24 - 25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы була. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған сара Башҡорт теле йылына арнала. Уның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәрендә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ киңерәк ҡулланыу мөмкинлектәрен барлау.
Республиканың һәм Рәсәй төбәктәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район һәм мәктәп методик ойошмалары етәкселәре, Башҡортостандың һәм Рәсәй төбәктәренең инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениеларының башҡорт теле уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары ҡатнашасаҡ сараға беҙҙең райондан өс кеше - Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Рәзилә Хисмәтуллина, Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова, Ҡалдар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Вәлитова бара.

Форум тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә булыр.
Читайте нас: