Мораҙым
+14 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
1 Сентября 2020, 08:00

Уйлыға -уй

Йәш уҡыусым! Әгәр һин, тормош йүгәнен ҡыҫып тотоп, бәхет ҡапҡаһын үрелеп асам тиһәң – ҡолаҡ һал ололар һүҙенә. Оло һүҙен тотмаған – оролған да бәрелгән. Тыуған үҫкән илең алтын бишек бит ул. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Юғиһә, ил ҡәҙерен белмәһәң – башыңды юғалтыр­һың, ер ҡәҙерен белмәһәң – ас ултырырһың. Ата-әсә – изге йән, туған Әсә – бер, тыуған Ватан – бер. Ҡояш эсендә ни саҡлы йылылыҡ булһа, ата-әсә күңелендә лә шул саҡлы изгелек. Ата-әсәһен тыңлаған – әҙәм булған, тыңламаған – әрәм булған. Атай-әсәһен хурлаған үҙен юҡҡа сығарған. Шуға ла әтә-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең дә шуны күрерһең. Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ – егетлек, ә уңғанлыҡ һәм матурлыҡ ҡыҙ сифатылыр. Ҡыйыулыҡ – ярты ырыҫ. Батыр егет ике һөйләмәҫ, ул үҙе бер кеше, арыҫланға тиң кеше. Белгән белеменә таяныр, белмәгән беләгенә таяныр. Беләге йыуан берҙе йыҡһа, белеме булған меңде йығыр. Белдекле бер әйтер, бер әйтһә лә, тура әйтер.Дауамы - сайтта:

Йәш уҡыусым!
Әгәр һин, тормош йүгәнен ҡыҫып тотоп, бәхет ҡапҡаһын үрелеп асам тиһәң – ҡолаҡ һал ололар һүҙенә. Оло һүҙен тотмаған – оролған да бәрелгән.
Тыуған үҫкән илең алтын бишек бит ул. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Юғиһә, ил ҡәҙерен белмәһәң – башыңды юғалтыр­һың, ер ҡәҙерен белмәһәң – ас ултырырһың.
Ата-әсә – изге йән, туған Әсә – бер, тыуған Ватан – бер. Ҡояш эсендә ни саҡлы йылылыҡ булһа, ата-әсә күңелендә лә шул саҡлы изгелек. Ата-әсәһен тыңлаған – әҙәм булған, тыңламаған – әрәм булған. Атай-әсәһен хурлаған үҙен юҡҡа сығарған. Шуға ла әтә-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең дә шуны күрерһең.
Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ – егетлек, ә уңғанлыҡ һәм матурлыҡ ҡыҙ сифатылыр. Ҡыйыулыҡ – ярты ырыҫ. Батыр егет ике һөйләмәҫ, ул үҙе бер кеше, арыҫланға тиң кеше.
Белгән белеменә таяныр, белмәгән беләгенә таяныр. Беләге йыуан берҙе йыҡһа, белеме булған меңде йығыр. Белдекле бер әйтер, бер әйтһә лә, тура әйтер.
Тормошто хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар. Эш һөйгәнде ил һөйә. Башлай белгәс, бөтөрә лә бел, юғиһә ҡалған эшкә ҡар яуа.
Юғары әхлаҡлы, ҡаты ихтыярлы һәм осҡор ынтылышлы булыу – һәйбәт ғәҙәттер. Ихтыярлы кеше – иғтибарлы кеше, ихтыярһыҙ – юҡ кеше. Ҙур ихтыяр ер һелкетер.
Кеше булыу ҡыйын түгел, кешелекле булыу ҡыйын. Ҡәҙерле булғың килһә, үҙең ҡәҙер күрһәт. Ярҙамға мохтаж булғандарға һәр саҡ ярҙам ҡулыңды һуҙ, һуңынан яуапһыҙ ҡалмаҫһың. Һин үҙеңде ҙурлама, кеше һине ҙурлаһын.
Бармаҡтар тиң булмағандай, әҙәм менән әҙәм дә тиң түгел. Изгелек баҡсаһынан ҡыуылған, яҡшылыҡты белергә теләмәгән кешеләр менән дуҫлашма. Улар дуҫлыҡҡа лайыҡ түгел. Яҡты әҙәм билдәһе – асыу менән үсе юҡ. Асыуыңды сабырлыҡ менән һыуындыр. Асыу – дошман, аҡыл – дуҫ, асыуыңда аҡыл ҡуш. Ҡара ярһыуҙан һаҡлан, юғиһә һуңынан ул үҙеңде хурлыҡлы рәүештә ғәфү үтендерер. Эскерһеҙ, киң күңелле кеше булһаң, йөрәк ҡыуышлығыңды – ҡара эслелектән, күңел көҙгөңдө күрә алмаусанлыҡтан таҙарт. Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт. Күркәм холоҡ – изге юлдаш, ул дошманды дуҫ итә.
Ололарҙы ололаһаң, ололарҙар үҙеңде. Оҫта барҙа ҡулыңды тый, сәсән барҙа телеңде тый. Өлгөлө һүҙҙең дә үлсәүе була, уйлап һөйлә һәр ерҙә. Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ, тел асыуы ҡылыстан үткерерәк. Алтын һүҙҙе боҙоҡ һүҙ менән бутама, юғиһә үҙеңә һуңынан оят булыр.
Туған тел яҙмышы – халҡың яҙмышы бит ул. Ғаиләгеҙҙә балағыҙ телен туған телендә асһын, тегеләй балағыҙҙың кешелек хоҡуғын бо­ҙаһығыҙ. Бер-беребеҙгә тел ярҙамы, ҡул ярҙамы күрһәтеп, милли берҙәмлекте нығытайыҡ. Уяу, һиҙгер, һаҡ булайыҡ, башҡорттоң быуаттар һуҙымында ҡалыплашҡан юғары әхлаҡи ҡағиҙәләрен онотмайыҡ.
Киләсәк тормошобоҙҙоң бәхетле булыуы үҙебеҙгә ҡайтып ҡала. Бәхетте беҙ, үҙебеҙ бер булып, һандалда сүкеп ҡойорға тейешбеҙ. Ул еңел генә бирелмәй.
Ысын бәхет тырыш хеҙмәттә, илһөйәрлектә, рухи байлыҡта, на­мыҫлылыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә һәм саф мөхәббәттә табыла. Һәр кемдең бәхете – үҙ ҡулында. Бәхетле бул, йәш уҡыусым!
Читайте нас