Мораҙым
+23 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
1 Сентября 2020, 07:40

Уҡытыусы булыу был тормошта бирелмәгәндер ул һәр кемгә...

Йомағужа ауылының 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәнифә Әнүәр ҡыҙы Мысырғалина Мәләүез районы Һыртлан ауылында тыуып үҫә. Салауат педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Күгәрсен районы Үрге Биҡҡужа ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Һайлаған һөнәренә тоғро белгес утыҙ бер йыл инде балаларға күңел йылыһын өләшә. 2006 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамалап, юғары белемле башҡорт теле уҡытыусыһы яңы көс һәм дәрт менән эшкә сума. Юғары категориялы уңған педагог балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, белем доньяһына илтеүҙә бик күп мәртәбәле эштәр башҡара. Дәрестәрен ентекле әҙерлек менән үткәрә, яңы педагогик технологиялар менән уңышлы эш итә, үҙе өҫтөндә күп эшләй, яңылыҡҡа ынтыла. Көслө һәм белемле, әүҙем уҡытыусының уҡыусылары ла йыл һайын төрлө конкустарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Республика һәм район күләмендә үткәрелгән семинар, конференцияларҙа ҡатнашып, хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен өйрәнһә, юғары методик кимәлдә асыҡ дәрестәр күрһәтеп, үҙе лә эш тәжрибәһе менән әүҙем уртаҡлаша.Хәнифә Әнүәр ҡыҙы уңған хужабикә лә, һөйөклө ҡатын да, ейәндәренә иғтибарлы өләсәй ҙә. Тормош иптәше Ғәйнислам Тимербай улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улдары үҙ ғаиләләрен ҡороп, тормошта үҙ юлдарын табып, матур итеп донья көтәләр.

Йомағужа ауылының 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәнифә Әнүәр ҡыҙы Мысырғалина Мәләүез районы Һыртлан ауылында тыуып үҫә. Салауат педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Күгәрсен районы Үрге Биҡҡужа ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Һайлаған һөнәренә тоғро белгес утыҙ бер йыл инде балаларға күңел йылыһын өләшә. 2006 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамалап, юғары белемле башҡорт теле уҡытыусыһы яңы көс һәм дәрт менән эшкә сума. Юғары категориялы уңған педагог балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, белем доньяһына илтеүҙә бик күп мәртәбәле эштәр башҡара. Дәрестәрен ентекле әҙерлек менән үткәрә, яңы педагогик технологиялар менән уңышлы эш итә, үҙе өҫтөндә күп эшләй, яңылыҡҡа ынтыла. Көслө һәм белемле, әүҙем уҡытыусының уҡыусылары ла йыл һайын төрлө конкустарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Республика һәм район күләмендә үткәрелгән семинар, конференцияларҙа ҡатнашып, хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен өйрәнһә, юғары методик кимәлдә асыҡ дәрестәр күрһәтеп, үҙе лә эш тәжрибәһе менән әүҙем уртаҡлаша.
Хәнифә Әнүәр ҡыҙы уңған хужабикә лә, һөйөклө ҡатын да, ейәндәренә иғтибарлы өләсәй ҙә. Тормош иптәше Ғәйнислам Тимербай улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улдары үҙ ғаиләләрен ҡороп, тормошта үҙ юлдарын табып, матур итеп донья көтәләр.
Читайте нас