Мораҙым
+12 °С
Ясна
МӘҒАРИФ
1 Сентябрь 2020, 07:17

Рамаҙан да хәҙер уҡыусы!

Быйыл беҙҙең районда 383 бала мәктәп тупһаһына тәүләп аяҡ баҫа. Шуларҙың 21-е күренекле яҙыусы исемен йөрөткән Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә белем аласаҡ. Һеҙ һүрәттә күргән Рамаҙан Аллабирҙин тигән илгәҙәк малай ҙа шул мәктәпкә 1-се класҡа бара. Һәр бала кеүек ҡыуанып та. Тулҡынланып та көтә ул белем иленә мауыҡтырғыс сәйәхәтте. Булыр бала – биләүҙән тигәндәй, Рамаҙан “Аҡбуҙат” кеүек балалар баҫмалары менән дуҫ, үҙе лә шиғырҙарҙы “һә” тигәнсе ятлап ала, һүрәт төшөрөргә ярата, бәләкәй булһа ла, ата-әсәһенә лә ярҙам итә. Тырыш малай мәктәптә лә һынатмаҫ, гел алдынғылар рәтендә булыр тигән ышаныс бар.

Быйыл беҙҙең районда 383 бала мәктәп тупһаһына тәүләп аяҡ баҫа. Шуларҙың 21-е күренекле яҙыусы исемен йөрөткән Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә белем аласаҡ. Һеҙ һүрәттә күргән Рамаҙан Аллабирҙин тигән илгәҙәк малай ҙа шул мәктәпкә 1-се класҡа бара. Һәр бала кеүек ҡыуанып та, тулҡынланып та көтә ул белем иленә мауыҡтырғыс сәйәхәтте. Булыр бала – биләүҙән тигәндәй, Рамаҙан “Аҡбуҙат” кеүек балалар баҫмалары менән дуҫ, үҙе лә шиғырҙарҙы “һә” тигәнсе ятлап ала, һүрәт төшөрөргә ярата, бәләкәй булһа ла, ата-әсәһенә лә ярҙам итә. Тырыш малай мәктәптә лә һынатмаҫ, гел алдынғылар рәтендә булыр тигән ышаныс бар.
Читайте нас