Мораҙым
+6 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
31 Августа 2020, 12:55

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Белем көнө менән ҡотлай

Белем көнө менән!Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Ҡәҙерле балалар!Һеҙҙе Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайым! 1 сентябрь – мөһим, тананалы байрам, ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала. Был күркәм байрам көндө беҙ беренсе тапҡыр мәктәп буҫағаһы аша атлап уҙған 1-се класс балаларын айырым иғтибар менән солғап алабыҙ. Быйыл 383 малай һәм ҡыҙ өсөн тәүге ҡыңғырау яңғырай. Сығарылыш класында белем алыусылар өсөн яңы уҡыу йылы алдағы тормош юлын һәм буласаҡ һөнәрҙе һайлау осоро буласаҡ. Ҡәҙерле уҡыусылар! Мәктәп йылдарында яңы белемгә, оҫталыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә буласаҡһығыҙ.Һеҙ һәр яҡлап белемле, тыуған ерҙе яратҡан ысын кешеләр булып буй етерһегеҙ, киләсәктә тыуған район һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ, быға иманым камил! Балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бар күңелен һалған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, илдең киләсәге үҫешенә өлөш индереүегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google

Белем көнө менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Ҡәҙерле балалар!

Һеҙҙе Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайым!
1 сентябрь – мөһим, тананалы байрам, ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала.
Был күркәм байрам көндө беҙ беренсе тапҡыр мәктәп буҫағаһы аша атлап уҙған 1-се класс балаларын айырым иғтибар менән солғап алабыҙ. Быйыл 383 малай һәм ҡыҙ өсөн тәүге ҡыңғырау яңғырай. Сығарылыш класында белем алыусылар өсөн яңы уҡыу йылы алдағы тормош юлын һәм буласаҡ һөнәрҙе һайлау осоро буласаҡ.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Мәктәп йылдарында яңы белемгә, оҫталыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә буласаҡһығыҙ.
Һеҙ һәр яҡлап белемле, тыуған ерҙе яратҡан ысын кешеләр булып буй етерһегеҙ, киләсәктә тыуған район һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ, быға иманым камил!
Балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бар күңелен һалған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, илдең киләсәге үҫешенә өлөш индереүегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
Читайте нас