Мораҙым
+14 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
26 Августа 2020, 07:31

Алина- беренсе класс уҡыусыһы

Һүрәттә һеҙ күргән мөләйем йөҙлө, алсаҡ ҡыҙыҡайҙың исеме Алина. Ул быйыл беренсе класҡа уҡырға бара. “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән ҡыҙ (тәрбиәсеһе Р.А. Сафина) төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәтеп, интеллектуаль полиолимпиаданың муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәлендә лауреат булыуға ла өлгәшкән, Гагарин кубогы олимпиадаһында ла ҡатнашҡан. Алина Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә иртә эстетик үҫеш бүлегендә ике йыл шөғөлләнеп, быйыл ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә лә ярата ул, әсәһенә өй эштәрендә лә ярҙам итә.

Читайте нас