Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Июль 2020, 16:10

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерләнә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдимем тормошҡа ашырыу өсөн әҙерлек эштәре беҙҙең районда ла башланды. Һүҙ айырым ашханалары булмаған башланғыс мәктәптәр тураһында бара. Түбәнге Һапаш, Бикес, Ерекле ауылы мәктәптәре әлеге мәлдә ашхана өсөн айырым бүлмә бүлеү, уға ремонт яһап, кәрәкле йыһаздар урынлаштырыу кеүек эштәр менән мәшғүл. Хоҙайбирҙин урта мәктәбе филиалы – Түбәнге Һапаш башланғыс мәктәбендә әлеге мәлдә ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында Хоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы Ишкинина һөйләй.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдимем тормошҡа ашырыу өсөн әҙерлек эштәре беҙҙең районда ла башланды. Һүҙ айырым ашханалары булмаған башланғыс мәктәптәр тураһында бара. Түбәнге Һапаш, Бикес, Ерекле ауылы мәктәптәре әлеге мәлдә ашхана өсөн айырым бүлмә бүлеү, уға ремонт яһап, кәрәкле йыһаздар урынлаштырыу кеүек эштәр менән мәшғүл.
Хоҙайбирҙин урта мәктәбе филиалы – Түбәнге Һапаш башланғыс мәктәбендә әлеге мәлдә ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында Хоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы Ишкинина һөйләй.
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, беҙҙең Түбәнге һапаш ауылы башланғыс мәктәбендә 2020 йылдың 1 сентябренән 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән менән тәьмин итеү планлаштырыла. Әлеге мәлдә мәктәптә уға әҙерлек эштәре алып барыла. Белем биреү учреждениеһында ашхана өсөн тәғәйенләнгән бүлмә бүленде, стенаһы буялды, иҙәненә плитка түшәлде. Ашхана Санпин талаптары буйынса эшләнергә тейеш, шуға күрә аҙыҡ-түлекте алған урынға тышҡы яҡтан асфальт түшәлде.
Ремонт-төҙөлөш эштәре тамамланыу өҫтөндә, уларҙы теүәлләгәс ашхана бүлмәһен йыһазландырыу - стеллаждар, газ плитәһе, һыуытҡыс, туңдырғыс, өҫтәл, ултырғыстар ҡуйыу, һыу крандары, раковина кеүек кәрәк-яраҡтар урынлаштырыу күҙаллана.
Ремонт эштәрен шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡуждың бригадаһы алып бара.
Аш-һыу төп мәктәптә – Хоҙайбирҙинда әҙерләнәсәк, башланғыс мәктәпкә уны алып килеп, йылытып бирәсәктәр.
Был эштәрҙән тыш, белем биреү учреждениеһында йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырырға уйлайбыҙ. Аҡса күсһә, ул эштәргә лә тотонорға торабыҙ.
Һапаш башланғыс мәктәбендә 12 бала белем ала, 1-се класҡа 2 баланың килеүе көтөлә, - тип эшләнгән эштәргә байҡау яһап, алдағы көндәргә ниәтләгән эштәре менән таныштырып китте ул.
Бикес менән Ерекле ауылдары мәктәптәрендә лә ошондай уҡ эштәр башҡарыла. Теләүембәт урта мәктәбе директоры Хәлил Иҙелбаев һүҙҙәре буйынса, Бикес башланғыс мәктәбе уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итеүгә әҙерлек эштәрен төҙөүселәр теүәлләп киләләр.
Райондың башҡа белем биреү учреждениелары ла яңы уҡыу йылына әҙерләнә, бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптәр уҡыусыларҙы, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрҙе ҡабул итергә, балаларға уҡырға һәм шөғөлләнергә уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Иң мөһиме, ил-йорт имен булып, ҡыҙҙар-малайҙарға йәнә мәктәптәрҙә ҡыңғырау яңғырауын ишетергә, яратҡан класы, уҡытыусылары менән осрашып, мәктәп парталары артына ултырырға насип булһын.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: