Мораҙым
+18 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
10 Июля 2020, 19:51

“Уралҡай” балалар баҡсаһы – “Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсалары – 2020” конкурсы еңеүсеһе!

“Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсалары – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Сарала Рәсәйҙең 16372 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһы а Рәсәй кимәлендәге сарала үҙ көсөн һынап ҡараны һәм конкурста еңеү яулап, лауреат исеменә лайыҡ булды. Мораҡ ауылының йәме булып, айырыуса йәй-көҙ көндәре аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, балҡып ултырған балалар баҡсаһы коллективын, тәрбиәләнеүселәрен, ата-әсәләрен шундай юғары исемгә лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Афарин, уралҡайҙар! Артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр яуларға, районыбыҙҙың кескәй граждандарын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә насип булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
“Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсалары – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Сарала Рәсәйҙең 16372 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһы а Рәсәй кимәлендәге сарала үҙ көсөн һынап ҡараны һәм конкурста еңеү яулап, лауреат исеменә лайыҡ булды.
Мораҡ ауылының йәме булып, айырыуса йәй-көҙ көндәре аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, балҡып ултырған балалар баҡсаһы коллективын, тәрбиәләнеүселәрен, ата-әсәләрен шундай юғары исемгә лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Афарин, уралҡайҙар! Артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр яуларға, районыбыҙҙың кескәй граждандарын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә насип булһын!
Читайте нас