+18 °С
Облачно


Башҡортостандың еңел сәнәғәт ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты балаларҙың теләген дә, техник талаптарҙы ла иҫәпкә алған мәктәп формаһы коллекцияһын әҙерләгән. Ошондай комплекттың хаҡы 4 мең һумдан артмай. Был хаҡта 25 июндә сираттағы «Мәғариф сәғәте»ндә билдәле булды. Уны онлайн режимында республика башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
«Был – бик һиҙгер тема, бында арттырып ебәрмәү мөһим, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Ата-әсәләргә баҫым яһарға ярамай. Бының сифатлы һәм матур форма икәнен аңлатырға кәрәк. Идея бик һәйбәт, мин уны хуплайым. Әйҙәгеҙ, экспериментты 2024 йылға тиклем оҙайтайыҡ, миңә уның барышы тураһында хәбәр итеп тороғоҙ, ә һуңынан ҡарарбыҙ».