15 июндә республиканың бөтә мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусылары ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Быйыл ул йомғаҡлау һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса түгел, ә уҡыусының уҡыу йылында нисек өлгәшеүенә, йәғни, “билдәләренә” ҡарап, тапшырылды. Ә берҙәм дәүләт имтиханын кемдәр юғары уҡыу йортона инергә теләй – шулар ғына тапшыра.