Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Май 2020, 11:36

Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте, Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары...

Фән үрҙәрен яулауға бирелгән 11 йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Үҫеп буй еткән, етдиләнгән егет-ҡыҙҙарҙы тормош елдәре бик тиҙҙән төрлө тарафтарға таратасаҡ. Әле уларҙы Берҙәм дәүләт имтихандары көтә, ҡабул итеү һынауҙарын да үтәһе бар. Иң мөһиме, уҡыусылар алдында һөнәр һайлау бурысы тора. Мораҡ башҡорт гимназияһы быйыл 53 уҡыусыһын оло тормош юлына сығара. Улар араһында мәктәп данын, район бәҫен арттырып олимпиадаларҙа, төрлө конкурс һәм ярыштарҙа ҡатнашып еңеү яулаған уҡыусылар ҙа бихисап. 11-се “в” класы уҡыусыһы Аделина Мырҙабулатова хаҡында гимназистар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй.Тырыш ҡыҙ 1-се кластан алып гел “5” билдәләренә өлгәшкән, “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына дәғүә итә. Уҡыу дәүерендә уға биология һәм экология фәндәре айырыуса еңел бирелә, был фәндәрҙән район олимпидаларында еңеү яулап, Аделина республика сараларында ла көс һынай һәм призер була. Уҡыуҙағы юғары уңыштары өсөн 2019-2020 уҡыу йылында А.Мырҙабулатова район хакимиәте башлығы стипендиаһына лайыҡ була.

Фән үрҙәрен яулауға бирелгән 11 йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Үҫеп буй еткән, етдиләнгән егет-ҡыҙҙарҙы тормош елдәре бик тиҙҙән төрлө тарафтарға таратасаҡ. Әле уларҙы Берҙәм дәүләт имтихандары көтә, ҡабул итеү һынауҙарын да үтәһе бар. Иң мөһиме, уҡыусылар алдында һөнәр һайлау бурысы тора.
Мораҡ башҡорт гимназияһы быйыл 53 уҡыусыһын оло тормош юлына сығара. Улар араһында мәктәп данын, район бәҫен арттырып олимпиадаларҙа, төрлө конкурс һәм ярыштарҙа ҡатнашып еңеү яулаған уҡыусылар ҙа бихисап. 11-се “в” класы уҡыусыһы Аделина Мырҙабулатова хаҡында гимназистар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй. Тырыш ҡыҙ 1-се кластан алып гел “5” билдәләренә өлгәшкән, “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына дәғүә итә. Уҡыу дәүерендә уға биология һәм экология фәндәре айырыуса еңел бирелә, был фәндәрҙән район олимпидаларында еңеү яулап, Аделина республика сараларында ла көс һынай һәм призер була. Уҡыуҙағы юғары уңыштары өсөн 2019-2020 уҡыу йылында А.Мырҙабулатова район хакимиәте башлығы стипендиаһына лайыҡ була.
- Аделина – класыбыҙҙың, мәктәптең иң тырыш, аҡыллы уҡыусыларының береһе. Белем усағында, район кимәлендә үткән бер саранан да ситтә ҡалманы, киреһенсә концерттар, конкурстар ойошторорға ярҙам итеп, класташтарын әйҙәп йөрөнө. Класта уҡытыусының уң ҡулы, ярҙамсыһы, таянысы булырҙай ундай уҡыусылар булғанда беҙгә лә эшләүе күпкә еңел, - ти класс етәксеһе Рәсимә Ҡорбанғәле ҡыҙы Хәлитова. - Аделина бик матур йырлай. Оҙаҡ йылдар Балалар ижад үҙәгендәге "Веретенце” ансамблендә шөғөлләнде, ансамбль менән күп ижади конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашты, еңеүсе һәм лауреат исемдәрен яуланы.
Ата-әсәһе - Рушания Радик ҡыҙы менән Рәил Ғәфүрйән улы ла ҡыҙҙарын һөйөү-наҙға сорнап ҡына үҫтерҙе, һәр яҡлап ярҙам итеп, һәләтен һәм булмышын тағы ла үҫтереү өсөн күп көс һалды, - ти ул.
“Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлайһың?”- тигән һорауға, Аделина “Кешеләргә ярҙам иткем килә,”- ти. Тимәк, ул үҙенең яҙмышын изге, миһырбанлы, әммә ауыр һөнәрҙәрҙең береһенә бәйләргә ҡарар иткән. Аделинаға, быйыл мәктәпте тамамлаусы барлыҡ егет-ҡыҙҙарға хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, маҡсаттарығыҙға ирешергә насип булһын тип теләйбеҙ. Үҙ аллы тормош юлына ышаныслы итеп баҫығыҙ!
Читайте нас: