Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла милли кейемдәр көнөнә дәррәү ҡушылып, башҡорт күлдәктәре кейеп, биҙәүестәр тағып, онлайн дәрес бирҙе. Үҙенсәлекле форматта үткән дәрес уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла оҡшаған. "Әлбиттә, мәктәптәге һымаҡ тере аралашыуға, селтәр-сулпыларҙы сыңлатып, боронғо тәңкәләрҙе ҡулда тотоп ҡарап, халҡыбыҙҙың үткәне менән күҙмә-күҙ осрашыуға етмәй, тик, башҡа сараһы булмағас, ошолай уҡытырға тура килә. Беҙ кейс-технология буйынса уҡытабыҙ, сөнки ҡайһы бер ауылдарҙа интернет үтмәгән урындар бар. Шулай ҙа балалар менән көнө буйы бәйләнештәбеҙ. Бөгөн бына милли кейемдәр тураһында бик тә йөкмәткеле дәрес ойошторҙоҡ, уҡыусыларҙы милли кейемдәр, уларҙың тарихы, биҙәктәре менән таныштырҙыҡ. Балалар былай саҡта мәктәптән ялҡып китә торғайнылар, әле ныҡ һағынғандар", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Йомағужа 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәнифә Мысырғәлина.