- Барыһы лы мәктәптәге кеүек булырға тейеш,– ти Альбина, -ҡулдан килгәнсе шуға булышлыҡ итергә тырышабыҙ.
- Дистанцион белем алыуҙың ауырлыҡтары етерлек. Тик, белем алыу бик мөһим. Балалар дәрестәрен ваҡытында эшләп торалар, сөнки тышта ла күп йөрөргә ярамай, бар эштәре шул уҡыу инде әлеге ваҡытта,- тип һөйләй Айтуған Миңлебаев.
- Атай-әсәй, уҡытыусыларыбыҙ платформаларҙы аңларға, улар менән эшләргә өйрәнергә ярҙам итте, - тип һөйләй 8-се класс уҡыусыһы Арыҫлан. - Беҙ «ZOOM», «YAKLASS» «ELSCHOOL» платформаларында белем алабыҙ. Өйрәнеүе бик ҡыйын булманы, барыһы лә мәктәптәге кеүек. Тик бына классташтарым менән рәхәтләнеп йүгергән физкультура дәрестәре етмәй. Ә дуҫтарым менән беҙ Ватсап, Бәйләнештә селтәрендә һөйләшеп торабыҙ. Дәрестәр сәғәт 10-да ғына башлана, мәктәпкә барыр өсөн иртүк торорға кәрәкмәй. Ошолай уҡыу минең өсөн хатта рәхәтерәк тә. Барыбер дәрестәр уҡытыусылар менән үтә, улар ҡушҡан эштәрҙе ваҡытында эшләп ебарергә тырышабыҙ. Бына яңы ғына башҡорт теле булды, барыһы ла яҡшы үтте.
Беренсе курс студенткаһы Ләйсән әйтеүенсә, уҡыуҙар шулай уҡ иртәнге 9-ҙа башлана.
Беҙҙең Юлдыбай ауылының өлгөлө Миңлебаевтар ғаиләһендә өс бала онлайн-режимда уҡый. Арыҫлан менән Тимерлан Яңы Хвалын мәктәбендә белем алһалар, ҙур ҡыҙҙары Ләйсән Стәрлетамаҡтың күп профилле колледжында уҡый. Аталары Айтуған менән әсәләре Альбина әйтеүенсә, уҡыу процесы туҡталырға тейеш түгел, шуға уларҙың төп маҡсаты – балаларға уҡыуы уңайлы булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә.
Айтуған Миңлебаев юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсеһе, һәр балаһы өсөн уңайлы эш мөйөшөн хәстәрләһә, әсәләре Альбина оҫта хужабикә булараҡ һәр иртә һайын балаларын яҡшы уҡыу көнөнә әҙерләй, мәктәптәге режим буйынса балаларын тәмле төшкө аш менән һыйлай, мәктәп формаларын йыуып-үтекләп кенә тора.
- Барыһы лы мәктәптәге кеүек булырға тейеш,– ти Альбина, -ҡулдан килгәнсе шуға булышлыҡ итергә тырышабыҙ.
- Дистанцион белем алыуҙың ауырлыҡтары етерлек. Тик, белем алыу бик мөһим. Балалар дәрестәрен ваҡытында эшләп торалар, сөнки тышта ла күп йөрөргә ярамай, бар эштәре шул уҡыу инде әлеге ваҡытта,- тип һөйләй Айтуған Миңлебаев.
- Атай-әсәй, уҡытыусыларыбыҙ платформаларҙы аңларға, улар менән эшләргә өйрәнергә ярҙам итте, - тип һөйләй 8-се класс уҡыусыһы Арыҫлан. - Беҙ «ZOOM», «YAKLASS» «ELSCHOOL» платформаларында белем алабыҙ. Өйрәнеүе бик ҡыйын булманы, барыһы лә мәктәптәге кеүек. Тик бына классташтарым менән рәхәтләнеп йүгергән физкультура дәрестәре етмәй. Ә дуҫтарым менән беҙ Ватсап, Бәйләнештә селтәрендә һөйләшеп торабыҙ. Дәрестәр сәғәт 10-да ғына башлана, мәктәпкә барыр өсөн иртүк торорға кәрәкмәй. Ошолай уҡыу минең өсөн хатта рәхәтерәк тә. Барыбер дәрестәр уҡытыусылар менән үтә, улар ҡушҡан эштәрҙе ваҡытында эшләп ебарергә тырышабыҙ. Бына яңы ғына башҡорт теле булды, барыһы ла яҡшы үтте.
Беренсе курс студенткаһы Ләйсән әйтеүенсә, уҡыуҙар шулай уҡ иртәнге 9-ҙа башлана.
- Дистанцион уҡыу ҡыйын түгел. Уҡытыусылар эштәрҙе ваҡытында ебәреүҙе һорайҙар, барыһына ла өлгөрәм. Барыһы ла аңлашыла, тик дуҫтарым менән аралашыу ғына етмәй. Көнө буйы уҡып та ултырмайым, әсәйемә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Көнөмдө алдан уҡ планлаштырып ҡуям, - ти Ләйсән.