Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Апрель 2020, 21:24

Башҡорт теленән диктант 25 апрелдә була

Башҡорт теленән диктант яҙыу быйыл 25 апрелдә онлайн форматта үтәсәк. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн bashkdictant.ru сайтында теркәлергә кәрәк.Гөлфиә Искәндәрова, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:- Диктант яҙыу БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2015 йылдан бирле үткәрелә. Хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен үҫтереү, тел мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү маҡсаты менән башланған был үҙенсәлекле акция былтыр Халыҡ-ара статусҡа ла лайыҡ булды. Башҡорт теле йылында ошо сарала телен һөйгән, милләтен ихтирам иткән, үҙе башҡорт тип һанаған һәр кем ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләйем. Бығаса ауыл мәктәптәрендә, Мораҡ башҡорт гимназияһында үткәрә торғайныҡ, быйыл өйҙә үҙ аллы яҙырға тура килә. Диктант тамамланғас, яҙма эшегеҙҙе фотоға төшөрөп, рәсми сайтта теркәлгән шәхси кабинетығыҙ аша, йә булмаһа [email protected] электрон почтаһына, +7 (927) 950-02 -66 һандары буйынса Whatsapp мессенджерына ебәрергә кәрәк. Эштәр 26 апрелдә төнгө бер минуттан ун ике тулғансы ( 23.59) ҡабул ителә. Һәр ҡатнашыусыға шәхси кабинеттары йә электронкалары аша сертификат ебәрелә, рәсми йомғаҡтар 30 көндән билдәле була һәм бөтә һөҙөмтәләр рәсми сайтта урынлаштырыла. Район халҡын диктант яҙыу акцияһында әүҙем булырға саҡырам, тел бәҫен үҙебеҙ күтәрәбеҙ, шуны онотмайыҡ, киләсәк быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек, көслө рух тәрбиәләүҙә лә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә дәррәү ҡатнашып, телебеҙгә хөрмәт күрһәтһәк икән.

Башҡорт теленән диктант яҙыу быйыл 25 апрелдә онлайн форматта үтәсәк. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн bashkdictant.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Сара Башҡортостан юлдан телеканалында, “Бәйләнештә” , Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура эфирҙа барасаҡ.
Гөлфиә Искәндәрова, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
- Диктант яҙыу БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2015 йылдан бирле үткәрелә. Хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен үҫтереү, тел мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү маҡсаты менән башланған был үҙенсәлекле акция былтыр Халыҡ-ара статусҡа ла лайыҡ булды. Башҡорт теле йылында ошо сарала телен һөйгән, милләтен ихтирам иткән, үҙе башҡорт тип һанаған һәр кем ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләйем. Бығаса ауыл мәктәптәрендә, Мораҡ башҡорт гимназияһында үткәрә торғайныҡ, быйыл өйҙә үҙ аллы яҙырға тура килә. Диктант тамамланғас, яҙма эшегеҙҙе фотоға төшөрөп, рәсми сайтта теркәлгән шәхси кабинетығыҙ аша, йә булмаһа [email protected] электрон почтаһына, +7 (927) 950-02 -66 һандары буйынса Whatsapp мессенджерына ебәрергә кәрәк. Эштәр 26 апрелдә төнгө бер минуттан ун ике тулғансы ( 23.59) ҡабул ителә. Һәр ҡатнашыусыға шәхси кабинеттары йә электронкалары аша сертификат ебәрелә, рәсми йомғаҡтар 30 көндән билдәле була һәм бөтә һөҙөмтәләр рәсми сайтта урынлаштырыла. Район халҡын диктант яҙыу акцияһында әүҙем булырға саҡырам, тел бәҫен үҙебеҙ күтәрәбеҙ, шуны онотмайыҡ, киләсәк быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух тәрбиәләүҙә лә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә дәррәү ҡатнашып, телебеҙгә хөрмәт күрһәтһәк икән.
(былтырғы саранан күренештәр)
Автор фотолары.
Читайте нас: