Донъяла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе - ул уҡытыусы һөнәре. Беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһы аша алып ингән, белем иленә ишек асҡан уҡытыусы бала күңелендә айырым урын алып тора.
Зилә Мәхмүт ҡыҙы Псәнчина – Мораҡ башҡорт гимназияһының иң тәжрибәле уҡытыусыларының береһе. Ул Әбйәлил районы Ишҡол ауылында донъяға килгән. Бәләкәйҙән шиғырҙар яратҡан, республикабыҙ яҙыусыларының иҫ киткес әҫәрҙәренә ғашиҡ ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетында белем алған. Ҡулдарына диплом алғас, Псәнчиндар ғаиләһе Әбйәлил районы Асҡар ауылында хеҙмәт юлын башлай. Күп ваҡыт та үтмәй улар районда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе булып таныла.
1993 йылда йәш ғаилә Күгәрсен районына, тормош иптәше Хәниф Хәмит улының тыуған яғына, күсеп ҡайта. Зилә Мәхмүт ҡыҙы Мораҡ ауылында “Аҡбуҙат“ балалар баҡсаһының мөдире булып эш башлай. Ул йылдарҙы әле лә һағынып иҫкә ала.
-Беҙ бер ҙур ғаилә кеүек йәшәнек. Бер-беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам иттек, - тип хәтерләй абруйлы уҡытыусы.
Бына 25 йылға яҡын инде ул Мораҡ башҡорт гимназияһында балаларға туған телебеҙҙең серҙәрен аса, уның өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Уҡыусыларға белем генә бирмәй, ә уларҙы тормош һабаҡтарына өйрәтә. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙған ижади шәхес булараҡ, ул оҙаҡ йылдар гимназияла “Тамсылар“ түңәрәгенә етәкселек итте. Уҡыусыларҙың ижад емештәре район һәм республика гәзит-журналдарында ла баҫылып сыҡты.
Зилә Мәхмүт ҡыҙы уҡыусылары юғары мәҙәниәтле, белемле, илһөйәр булып үҫһен өсөн дә бөтә көсөн һала. Йыл һайын класы менән походтарға сығыу, экскурсияларға йөрөү уның ни тиклем эшен һәм балаларҙы яратыуын иҫбатлай .
Тырыш уҡытыусының уҡыусылары ла һынатмай. Йыл һайын район һәм республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, ижади конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар. Зилә Мәхмүт ҡыҙы үҙе лә төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, шиғырҙар һәм хикәйәләр ижад итә, яңы эш башлаған йәш коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша.
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте, ти халыҡ мәҡәле. Зилә Мәхмүт ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы“ конкурстарында еңеүсеһе һәм Зәйнәб Биишева исемендәге район премияһы лауреаты.
Юбилярыбыҙ яратҡан ҡыҙы өсөн ҡәҙерле әсәй, ейәне менән ейәнсәренә яғымлы өләсәй, тормош иптәшенә ныҡлы терәк булып тора.
Яҙ ҡояшы кеүек наҙлы, көслө рухлы, ярҙамсыл коллегабыҙҙы матур ғүмер байрамы менән тәбрик итәбеҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет-шатлыҡҡа бай булған оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән гимназия коллективы.